Кешенең йыуан эсәге

Йыуан эсәк (лат. intestinum crassum) — аш һеңдереү трактының, атап әйткәндә эсәктәрҙең, аҫҡы, тамамланған өлөшө, башлыса шунда һыу тәнгә һеңә һәм аҙыҡ иҙмәһе (химус) тиҙәккә әүерелә. Артҡы эсәктең сығарылмаһы булып тора.[1]

Йыуан эсәктең көбө нәҙек эсәктекенән ҡалыныраҡ булған өсөн ул шулай аталған да инде. Шулай уҡ диаметры ла нәҙек эсәктекенән киңерәк.

Эсәктең баугиний ҡапҡасы тип аталған урынынан анусҡа (йәғни, артҡы юлға) тиклемге өлөшө йыуан эсәк тип атала.

Кешенең йыуан эсәгендә анатомия күҙлегенән ошондай бүлемдәр бар:

Йыуан эсәк кешенең ҡорһаҡ ҡыуышлығында һәм кесе таз һөйәге ҡыуышлығында урынлашҡан, оҙонлоғо 1,5 — 2 м.

Иҫкәрмәләр

  1. М. Г. Привес, Н. К. Лысенков, В. И. Бушкович. Анатомия человека. — 9-е изд. — М.: Медицина, 1985. — С. 275-282. — 110 000 экз.

Категориялар