Кинйәбаев Тәлғәт Талха улы

Кинйәбаев Тәлғәт Талха улы (18 сентябрь 1957 йыл), комсомол, партия органдары һәм элемтә өлкәһе хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе.

Биографияһы

Тәлғәт Талха улы Кинйәбаев 1957 йылдың 18 сентябрендә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын 1984 йылда тамамлай. 1982 йылдан ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире, икенсе секретары; 1986 йылдан КПСС район комитеты инструкторы, бүлек мөдире; 1991 йылдан Бөрйән районы элемтә бүлеге начальнигы.

1987, 1999, 2005 йылдарҙа Бөрйән район Советы депутаты итеп һайлана[1]. 2012—2016 йылдарҙа район Советы рәйесе була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2005)
  • Башҡортостан Республикаһы элемтә ветераны (2012)

Сығанаҡтар