Киров районы (Дондағы Ростов)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Киров районы
Герб
Герб
Дондағы Ростов
Барлыҡҡа килгән: 1936
Тәүге телгә алыу: 1936
Майҙаны: 18,6 км²
Халыҡ һанын иҫәпләү: 2016
Халыҡ һаны: 64 019[1] кеше
Телефон кодтары: 863
Rostov-on-Don city (Russia) Kirovsky district.png
Рәсми сайт

Киров районы Дондағы Ростовта 1936 йылда барлыҡҡа килә.

Бында Көньяҡ федераль округтың, Ростов өлкәһенең һәм ҡаланың үҙенең бөтә төп идара итеү хәкимиәт органдары, эре сауҙа һәм финанс компаниялары, шулай уҡ мәҙәни үҙәктәре урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, райондың тарихи яҙмышы, Дондағы Ростов ҡалаһына нигеҙ һалыныу тарихы менән тап килә. 1 Май исемендәге парктағы Димитрий Ростовский ҡәлғәһе ҡалдыҡтары, һәм, риүәйәт буйынса, Император Петр Беренсе ғали йәнәптәре һыу эскән бай һыу сығанаҡтары ошо хаҡта хәтерләтә. Тап ошонда 1749 йылда ҡала нигеҙләнгән. Седов урамы Дондағы Ростовтың билдәле һәм элекке үҙәк урамы булған.

Шул ваҡыттан алып район биләмәләре ҡаланың үҙәге булып тора. Ул ҡаланың тарихҡа инеп ҡалған мөһим ваҡиғалар урыны булып тора. XVIII быуаттың икенсе яртыһында Ростов иң эре оборона һәм сауҙа нөктәһе була. Шунан ауыл хужалығы тауарҙары, металл сит илдәргә ебәрелә. Күреүселәр әйтеүенсә, Рәсәйҙең көньяғындағы порттарының береһе лә, Ростовтағы кеүек, экспорттың шул тиклем йылдам үҫешен белмәй. 1857 йылда Ростовта тәүге сәнәғәт предприятиеһы барлыҡҡа килде. Сама менән шул ваҡытта «Бай ҡоҙоҡ» тан һыу үткәргес төҙөүгә тәү тапҡыр ынтылыш яһала

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
1959[2]1970[3]1979[4]2002[5]2009[6]2010[7]2012[8]
97 620122 464132 268132 276126 664122 174121 450
2013[9]2014[10]2015[11]2016[1]
120 665119 772119 124119 679


Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киров районы территорияһында 40-тан ашыу банк учреждениеһы урынлашҡан, шул иҫәптән Асыҡ акционерҙар йәмғиәте (ААЙ) КБ «Центр-Инвест», Рәсәй Федерацияһы Һаҡлыҡ банкының «Көньяҡ-Көнбайыш банкы», ААЙ «АзияУниверсалБанк» «Стела-Банк» һәм башҡалар. Район ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашыуы сәбәпле, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү предприятиеләр селтәре, шул иҫәптән: 913 сауҙа предприятиеһе, 263 йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһе һәм 274 көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиеһе бында урынлашҡан.

Райондың сәнәғәт предприятиелары араһында уңышлы эшләгән предприятиеләр бик күп. ААЙ «Дон тәмәкеһе» Рәсәй тәмәке тауарҙары баҙарында бик ҙур урын биләй. Райондың сәнәғәт секторы үҫешенә ЯАЙ «Донобувь», Федераль дәүләт унитар предприятие (ФГУП) «Ростов протез-ортопедия предприятиеһы», ААЙ «Южтрубопроводстрой», ААЙ «Кавэлектромонтаж» һ. б. кеүек предприятиеләр үҙ өлөшөн индерә.

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Никах һарайы

Ҙур мәҙәни мираҫҡа эйә булған Киров районы, уны ҡәҙерләп һаҡлауҙы һәм арттырыуҙы дауам итә. Музыка театры, Өлкә филармонияһы, Өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ҡурсаҡ Театры, Дон асыҡ китапханаһы, «Буревестник» кинотеатры, кино Йорто — был ҡаланың, ростовлылар барыһы ла яратҡан мәҙәни үҙәктәренең тулы булмаған исемлеге. «Бриз» һәм «Тулҡын» бассейндары ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Пушкин урамы,Дон йылғаһы Яр буйы урамы, Дон йылғаһының һул яҡ яры ҡала халҡының һәр ваҡыт популяр ял итеү зоналары булды. Райондың иң үҙенсәлекле иҫтәлекле урындарының береһе — Гәзит урамындағы йәмәғәт бәҙрәфе[12].

Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район территорияһында Ростов дәүләт университеты (РГУ), Ростов дәүләт төҙөлөш университеты (РГСУ), Ростов дәүләт иҡтисад университеты (РГЭУ), Ростов дәүләт медицина университеты (РГМУ), Новороссийск Дәүләт Диңгеҙ академияһы филиалы урынлашҡан. Ростов медицина колледждары һәм Г. Я. Седов исемендәге Ростов диңгеҙ колледжы махсус урта белем бирә, ә РГСУ янындағы лицейҙа, медицина лицейында, 19-сы банк-лицейҙа, 17-се «Сократ» профессиональ техникумында йәштәр башланғыс һөнәри белем алырға мөмкин. Районда шулай уҡ 10 белем биреү мәктәбе, 18 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  2. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  3. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  4. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  5. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  6. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  7. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  10. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  12. Ростов-на-Дону и окрестности. Тайны степного мегаполиса. / Под ред. О. А. Хорошева. — Ростов-на-Дону: Наш регион, 2009. — 128 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]