Кихну

Кихну (эст. Kihnu) — Балтик диңгеҙендәге утрау. Майҙаны 16,4 кв. км. Кихну — Рига ҡултығы акваторияһындағы иң ҙур утрау һәм ҙурлығы буйынса Эстонияла етенсе урынды биләй. Пярнуский өйәҙенең административ өлөшө булып тора, Кихну олоҫона ҡарай.

Климаты

Утрауҙа диңгеҙ климатынан уртаса континенталь климатҡа күсеү күҙәтелә.

  • Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 6,8 °C
  • Уртаса ел тиҙлеге — 5,7 м/с
  • Уртаса һауа дымлылығы — 83 %

Климат

На острове климат переходный от морского к умеренно континентальному.

  • Среднегодовая температура воздуха — 6,8 °C
  • Средняя скорость ветра — 5,7 м/с
  • Относительная влажность воздуха — 83 %
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 6,8 6,3 12,8 23,9 27,5 30,6 30,2 28,8 23,3 17,5 12,0 8,8 30,6
Уртаса максимум, °C −0,6 −1,7 1,1 6,4 13,4 17,7 19,9 19,4 14,8 9,8 4,7 1,6 8,9
Уртаса температура, °C −2,5 −3,7 −1,2 3,3 9,8 14,5 17,2 16,9 12,6 8,0 3,1 −0,2 6,5
Уртаса минимум, °C −4,6 −5,9 −3,5 1,1 7,0 12,0 14,8 14,7 10,5 6,2 1,4 −2,2 4,3
Абсолют минимум, °C −32,4 −30,8 −20,6 −8,5 −1 3,2 8,2 7,0 0,6 −5,4 −14,5 −29,5 −32,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 33 24 26 32 37 52 59 58 66 61 59 46 552
Сығанаҡ: EMHI
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 8,1 6,3 15,0 23,9 29,2 30,6 31,8 29,5 23,3 17,5 12,0 9,0 31,8
Уртаса максимум, °C −0,3 −1,5 1,3 7,1 13,7 17,6 20,7 20,1 15,3 10,2 4,7 1,6 9,2
Уртаса температура, °C −2,1 −3,5 −1 3,9 10,1 14,5 17,9 17,5 13,1 8,3 3,2 −0,1 6,8
Уртаса минимум, °C −4,1 −5,6 −3,2 1,6 7,5 12,0 15,4 15,2 10,9 6,6 1,5 −2 4,6
Абсолют минимум, °C −32,4 −30,8 −20,6 −8,5 −1 3,2 8,0 7,0 0,6 −5,4 −14,5 −19,6 −32,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 37 29 30 30 34 58 65 66 62 64 58 45 578
Сығанаҡ: EMHI

Тарихы

undefined
undefined

Утрауҙа тәүге тораҡ пункттары яҡынса 3 мең йыл элек барлыҡҡа килә. Яҙма сығанаҡтарҙа 1386 йылда утрау хаҡында әйтеп үтелә. Утрау халҡы, нигеҙҙә, Сааремаа һәм Муху утрауҙарынан, шулай уҡ Ляэнеский өйәҙе территорияһынан килеп төпләнә. Элек утрауҙа шулай уҡ шведтар һәм ливылар йәшәгән.

Халҡы

2013 йылда утрау халҡы (башлыса эстондар) 516 кеше тәшкил итә[3]. Утрауҙа дүрт тораҡ пункты урынлашҡан: Лемси, Линакюла, Роотсикюла һәм Сяара ауылдары.

Иҡтисады

Төп хужалыҡ итеү тармаҡтары: балыҡсылыҡ һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте.

Утрауҙа Пярну ҡалаһы менән паром һәм авиация даими бәйләнеше булдырылған, ҡышын боҙҙан йөрөргә була.

Мәҙәниәт

ЮНЕСКО Бөтә донъя ойошмаһы христиандарға тиклемге рун йыр традицияларын һаҡлау өсөн 2003 йылдың 7 ноябрендә Манилайд[en] һәм Кихнуны кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫының бер өлөшө тип иғлан итте[4]. ЮНЕСКО тарафынан һаҡланған объекттар исемлегенә утрауҙағы маяҡ та индерелә, 2019 йылда ул ҡайтанан тергеҙелә һәм теләге булғандарға уға инеп ҡарау мөмкинлеге бирелә[5].

Билдәле шәхестәр

  • Кихну Йынн