Кишерте

Кишерте (рус. Кишерть (Кишертка)) — Рәсәй йылғаһы. Пермь крайы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Сылва йылғаһының һул ярына тамағынан 61 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 41 км.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыСылва, инешенән тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Кама ҡушылдыҡтары бассейндары, Ағиҙел ҡушылғанға тиклем, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010100812111100013019
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101301
  • Бассейн коды — 10.01.01.008
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Этимологияһы

XVII-XVIII быуаттарҙағы документтарҙа ғәҙәттә Кишерское, волость Кишерская, рч. Кишерка тип яҙыла, т хәрефе был атамаға аҙаҡ индерелгәндер, тип яҙа топонимдар белгесе А.К. Матвеев, һәм гидронимдың килеп сығышын коми теле менән бәйләй. [3] Мәгәр урындағы тарихи башҡорт ерҙәрендәге был йылғаға атаманы төрки телле халыҡтар биргән тигән фараздар бар, һәм ул кишер һүҙенән килеп сыҡҡан тип һанала[4]. Һүҙ яһалышы буйынса ул шул төбәк башҡорт теле диалектынан - кишер һүҙенә -те суффиксы ҡушылып барлыҡҡа килгән, йәғни, кишерте - кишерле.

Иҫкәрмәләр

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 1 2 РФ һыу реестры: Кишерть (Кишертка).
  3. А.К. Матвеев. Географические названия Урала. Свердловск, 1987. с. 96
  4. История села Усть-Кишерть

Һылтанмалар