Кобе мәсете

Кобе мәсете (япон. 神戸モスク) — 1935 йылдың октябрендә Кобе ҡалаһында нигеҙ һалына. Японияның беренсе мәсете. Тәүге имамы — Мәҙийәр Шәмғолов (1935—1938).

Тарихы

Мсете төҙөлөшө Кобе Ислам комитетының 1928 йылдан 1935 йылға тиклем йыйған иғәнәләр иҫәбенә финанслана. Мәсет 1943 йылда Япония Император флоты тарафынан тартып алына. Әммә был уға бөгөн дә мәсет булырға ҡамасауламай. Уның нигеҙе һәм структураһы 1995 йылғы ер тетрәүҙе лә сыҙай алған.

Мәсет традицион төрөк стилендә Чехия архитекторы Ян Йозеф Швагр (1885-1969) төҙөгән, был архитектор Японияла бик күп дини тәғәйенләнештәге биналарға нигеҙ һалған.

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Категориялар