Колыма

География

undefined

Оҙонлоғо — 2129 км, бассейн майҙаны — 643 мең км².

Охот-Колыма таулығында башланған Аян-Юрях һәм Кулу йылғалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Көнсығыш Себер диңгеҙенең Колыма ҡултығына өс төп ҡылымығы аша ҡоя: Каменная Колыма, Походская Колыма һәм Чукочья[1]. Дельтаның оҙонлоғо — 110 км, майҙаны — 3000 км².

Иң ҙур һул ҡушылдыҡтары: Таскан, Сеймчан, Поповка, Ясачная, Зырянка, Ожогина, Седедема. Иң ҙур уң ҡушылдыҡтары: Средникан, Бахапча, Буюнда, Балыгычан, Сугой, Коркодон, Каменка, Берёзовка, Омолон, Анюй.

Ҡушылдығы Бахапча тамағынан суднолар йөрөшлө; навигация 4-5 ай дауам итә. Төп порттары: Сеймчан (Колымское), Зырянка һәм Черский (Зелёный Мыс).

Йылғала Колыма ГЭС-ы бар, ул Магадан өлкәһенең күп өлөшөн электроэнергия менән тәьмин итә. Усть-Среднеканск ГЭС-ы төҙөлә. Колыма бассейнында алтын ятҡылыҡтары күп. Түбәнге ағымында балыҡ тотоу кәсебе үҫешкән.

Топографик карталар

Иҫкәрмәләр

  1. Карта бите R-57-XXIX,XXX Черский. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.

Һылтанмалар