Кримһильда
Кримһильда | |
Балалары | Сванхильд[d] |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Хәләл ефете | Зигфрид[d], Этцель[d] и Jónakr[d] |
Бер туғандары | Гунтер[d], Гисельхер[d], Гундомар I[d] и Гундахар[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Кримһильда (урта-үр нем. Kriemhilt) — «Нибелунгтар тураһында йыр» урта быуат поэмаһының төп ҡатын-ҡыҙ персонажы, бургунд королдәре Гунтер, Гернот һәм иң кесеһе Гизельхер королдәренең ҡыҙ туғаны (һеңлеһе)[1]. Нидерландтар короле һәм данлыҡлы яугир Зигфридтыңҡатыны. Күп кенә батыр яугирҙарҙы үлемгә дусар иткән ғәҙәттән тыш матурлығы менән билдәле.
Иоганн Пализа 1884 йылда асҡан астероид (242) Кримһильда уның исеме менән аталған.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кримхильда, бургунд короле Данкрат һәм королева Утаның (Ute) ҡыҙы, Гунтерҙың, Гернот һәм Гизельхерҙың һеңлеһе, уҡыусыларға беренсе авентюрала тәҡдим ителә.
Жила в земле бургундов девица юных лет.
Знатней её и краше еще не видел свет.
Звалась она Кримхильдой и так была мила,
Что многих красота её на гибель обрекла.
Күп кенә яугирҙәр һәм зыялы заттар уның ҡулына ирешергә тырышҡан, ләкин Кримһильда кейәүгә сығыуҙан баш тартҡан, сөнки бер ваҡыт, буласаҡ иренең һәләк булыуы тураһында пәйғәмбәри төш күргәндән һуң, кемделер яратырға баҙнат итмәгән, кейәүгә сыҡмаҫҡа ҡарар иткән.
Коль платится страданьем за счастье человек,
Ни с кем себя венчанием я не свяжу вовек.
Шулай ҙа Кримһильда, батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары тураһында ишетеп белгән ҡыйыу яугир Зигфридҡа ғашиҡ була. Зигфрид бургунд королдәренә күрһәткән бөтә хеҙмәттәренән бер аҙ арынғас, Кримһильданы яусылағанын ағалары һеңлеләренең никахына шатланып ризалыҡ бирә. Туйҙарынан һуң, Кримһильда ире менән Ксантенға, Зигрфридтың тыуған яғына килә, һәм Зигмунд улын тәхеткә ултырта.
Ун йыл бергә бәхетле йәшәп, Нидерланд ерҙәре менән идара итә улар. Улына, буласаҡ тәхет вариҫына, Кримһильданың ағаһы хөрмәтенә Гунтер исемен ҡуша.
А год пошел десятый — и родила на свет
Его супруга сына на радость всей родне
И к ликованью общему в столице и в стране.
Уғаса, Зигфридты иренең вассалы тип иҫәпләгән Гунтерҙың ҡатыны Брюнхильдаға, Зигфридтың Гунтерға хеҙмәт итмәүе, һәм Кримһильданың уға, батша ҡатынына, тейешле ҡәҙер күрһәтмәй, тип уйлауы тынғы бирмәгән.
С какой Кримхильда стати так чванна и горда?
Ведь муж моей золовки поныне наш вассал,
Хотя уже давно у нас на службе не бывал.
Брюнхильда Гунтерҙы Зигфрид менән Кримһильданы Вормсҡа ҡунаҡҡа саҡырырға күндерә. Күп тә үтмәй Нидерланд хакимы ҡатыны һәм олоғайған атаһы менән килеп етә. Кримһильда менән Брюнхильда сиркәүгә беренсе булып инергә лайыҡлыҡ тураһында ғауға ҡуптара. Брюнхильда, Кримһильда — минең иремдең вассалының ҡатыны ғына, шул сәбәпле миңә буйһонорға тейеш, тип ныҡыша. Кримһильда, беренсе никах төнөндә Брюнхильда янынд ире Гунтер түгел, ә Зигфрид булыуын әйтеп, мыҫҡыл итә. Еңгә тейешле ҡатынды шулай битәрләп, Кримһильда соборға беренсе булып инә. Был низағ артабанғы фажиғәле ваҡиғаларҙың башы була. Бынан тыш, Кримһильда, низағ башлауы арҡаһында, Хагенға, иренең мәкерле дошманына, ирекһеҙҙән Зигфридтың зыян килтерерлек йомшаҡ урынын әйтеп ысҡындыра. Гунтер һәм Хаген Зигфрид менән һунарға сығыр алдынан Кримһильдаға шомло уйҙар тынғы бирмәй, ҡатын Хагенға иренең серен әйтеп ысҡындырыуына үкенә, әммә Зигфридты бер ергә лә бармайынса өйҙә ҡалырлыҡ итеп өгөтләй алмай. Һунар ваҡытында Хаген, Гунтерҙың өнһөҙ юл ҡуйыуынан файҙаланып, Зигфридты арҡаһына сәсеп үлтерә, һуңынан Зигфридтың мәйетен Кримһильдаға алып барырға ҡуша. Кримһильда иренең вафаты буйынса күп күҙ йәштәре түгә, һәм ирен үлтереүҙә кем ғәйепле икәнен юрауының дөрөҫкә сығыуын бик теләй.
О горе мне, злосчастной! Сражен ты не в бою,
А пал от рук убийцы — ведь добрый щит твой цел.
Ах, если б только знала я, кто сделать это смел!
Ул боронғо ғөрөф-ғәҙәт буйынса һунарҙа йөрөгән рыцарҙарҙың Зигфридтың кәүҙәһенә яҡынлашыуын талап итә, һәм, Хаген яҡынлашыу менән, мәйеттең яралары ҡабат асылып, ҡанһырағаны асыҡлана.
Не раз случалось чудо на памяти людей:
Едва лишь приближался к убитому злодей,
Как раны начинали опять кровоточить.
Так удалось и Хагена в то утро уличить.
Шунан һуң нидерландтар үҙ батшаһы өсөн үс алыу өсөн ҡоралға тотонорға теләгән, әммә Кримһильда, аҡыл менән эш итеп, уларҙы туҡтатҡан. Зигфридты тантаналы ерләгәндән һуң нидерландтар Ксантенға ҡайтҡан, Зигмунд Кримһильданы үҙҙәренә саҡырған, ләкин ул, тик Хаген уның күҙенә күренмәҫкә тейешлеге шарты менән, туғандарының һүҙҙәрен йығырға ҡыймай, Вормста ҡалған. Кримһильда ире үлгәндән һуң өс йыл ярым буйы ағаһы, ярашыу тураһында үтенеп, ярлыҡау һорап килгәнсе, Гунтер менән һөйләшмәгән. Элек Зигфрид эйә булған Нибелунг хазинаһы Кримһильда ҡарамағына күскән. Тол ҡалған ҡатын, үҙенә хеҙмәт иткән рыцарҙарын мул бүләкләп, алтынды тотоноуы Хагендың ризаһыҙлығын һәм көнсөллөгөн тыуҙырған. Ул Гунтерҙы хазинаны һеңлеһенән тартып алып, уны Рейн төбөнә йәшерергә күндергән. Шулай итеп, бургунд батшаһы һеңлеһен йәнә үлемесле рәнйетә.
А для вдовы настала печальная пора.
Её всего лишили — и мужа и добра,
И сердце ей томили обида и кручина,
Предел которым положить сумела лишь кончина.
Кримһильда ун өс йыл буйы Зигфридты хәтерләп йәш түгеп, ҡайғы эсендә Вормста йәшәгән. Кримһильданың ҡулын һундар короле Этцеь һорай. Ағалары, Хагендың ризаһыҙлыҡ белдереүенә ҡарамаҫтан, был никахҡа ризалыҡ бирә, һәм, оҙаҡ уйлағандан һуң, ҡатын һундың тәҡдимен ҡабул итә. Кримһильда Этцель менән йәшәүенең етенсе йылында ғына тағы бер ул тапҡан. Уға, ныҡышмалыҡ күрһәтеп, Ортлиб тип исем бирә. Туйҙан һуң ун өс йыл үткән, был осорҙа Кримһильда Зигфрид менән бәхетен тартып алғандары өсөн үс алыу теләгенән сарсап яфаланған.
Не раз ей вспоминалась былая жизнь её,
И в крае нибелунгов счастливое житье,
И Хаген, поступивший столь беззаконно с нею,
И стала размышлять она, как отомстить злодею.
Кримһильда, бер туғандарын мәжлескә саҡырыр өсөн, Этцелде Бургундияға илселәр ебәрергә күндерә, күп тә үтмәҫтән, Гунтер, Гернот, Гизельхер, Хаген һәм башҡа юғары ҡатлам бургундтар Этцель һарайына килгән. Мәжлес ваҡытында Этцелдең ағаһы Блёдель, Кримһильданың ҡотортоуы буйынса, бургундар менән һуғыш башлай. Һәм был ике яҡтан да ҡурҡыныс юғалтыуҙар, Гернот, Гизельхер һәм бәләкәй Ортлибтың һәләк булыуы, шулай уҡ Гунтер менән Хагенды әсирлеккә алыу менән тамамлана. Кримһильда дошмандарын аярға һүҙ бирә, әммә һуңғараҡ, Гунтерҙың башын киҫергә бойороҡ биреп, уны боҙа. Ул бургунд короленең ҡырҡылған башын Хагенға күрһәтә һәм унан Нибелунг хазинаһы йәшерелгән урынды әйтеүҙе талап итә, әммә тегеһе баш тарта. Шул саҡта Кримһильда Хагенды Зигфридтың ҡылысы менән үлтерә. Һүҙен боҙғанын күргән Хильдебранд Кримһильданы үлтерә.
Старик, пылая гневом, к Кримхильде подскочил.
Мечом своим тяжелым взмахнул он что есть сил.
Она затрепетала, издав короткий крик,
Но это ей не помогло — удар её настиг.
Тарихи прототиптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Скандинав мифологияһында Гудрунға тап килгән Кримһильда образы йыйылма булып тора һәм билдәле бер прототибы юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, ул ысынбарлыҡтағы тарихи ваҡиғалар нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Б. э. 436 йылында бургундтар батшаһы Гундахар, туғандары һәм дружинаһы менән, һундар ҡулынан һәләк булған. Ә 453 йылда, тарихсы Иордан яҙғанса, һун башлығы Аттила кәләше Илдико (Хильдико) янында, моғайын, ул герман сығышлы булғандыр, һәм уны үлтереүҙә ғәйепләрлек, ҡапыл ғына мәрхүм булған. Ваҡыт уҙыу менән ошо ике ваҡиға халыҡ хәтерендә берләшә, ә Илдико, бер туғандарын хыянатсыл үлтергәне өсөн, Аттиланы үсләшеп үлтергән Гудрунға әйләнә. Германияның Аттила (Этцель) хөрмәтле кеше булған ерҙәрендә уның енәйәттәре артҡы планға күсерелә, ә ир туғандарын үлтереүсе итеп Кримһильда күрһәтелә[1].
Художестволы образ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кримһильда образы ваҡиғалар үҫә барған һайын һиҙелерлек эволюцияға дусар була. Тәүҙә уның бөтә ҡылыҡтары норматив характерҙа һәм ниәт ителгән һәм ысынбарлыҡтың тап килеүенә нигеҙләнә. Артабан Кримһильданың тәртибендә аныҡ, реаль, идеаль булмаған натураларға хас сифат көтөлмәгәндә асыла — Кримһильда маһайыусан, һәм тап ул беренсе булып Брюнхильдаға бәйләнә. Кемдең ире ҡеүәтлерәк хаким булыуына бәйле бәхәс алдан көтөлмәгән эҙемтәләргә килтерә. Кримһильданың фажиғәле ғәйебе ыҙғыш-талаш тыуҙырыуҙа ғына түгел, ә ирекһеҙҙән үлтереүсегә иренең көсһөҙ урынын атауында. Киләһе тиҫтә йылдар дауамында Кримһильда ғәйеп тойғоһо кисереп йәшәргә тейеш була, шул тороштан уны тик үс алыу ғына азат итәсәк. Зигфрид хаҡында ҡайғырғанда, Кримһильда бөйөклөккә эйә. Ошо мәлдә образ икегә айырыла. Тышҡы яҡтан ул яҙмышына һәм ҡәрҙәштәренә буйһона. Ул, ҡан тамырҙарын өҙмәйенсә, ғүмере буйына Вормста ҡала. Ә эске яҡтан ул бер ынтылыш менән янған, тормош иптәшенең үлеме өсөн үс алырға ынтылған. Ирен юғалтып, тол ҡалған Кримхильда Нибелунгтар хазинаһынан да мәхрүм ителә, был үс алыуҙың тағы ла бер сәбәбе булып тора. Үлтереүсе уның яу ҡоралдарын һәм һуғыш кейемдәрен үҙләштереүе лә Зигфридтың хәтерен рәнйетә. Әгәр Брюнхильда менән низағ Кримһильданың сиктән тыш ғорурлығы һөҙөмтәһе булһа, ә мыҫҡылланған ҡатын кисерештәре уны Хаген менән Гунтерҙан үс алырға этәрә. Риүәйәтселәр Кримһильданы аҡламай, ләкин уның тәртибен төрлө яҡлы дәлилдәргә таянып баһалай.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1388 йыл тирәгендәге документтарҙа телгә алынған Нюрнберг ҡалаһындағы ҙур бомбарда Кримһильда (Khriemhilde) исемен йөрөткән. Ул яҡынса өс тонна тартҡан һәм 550 килограмм ауырлыҡтағы таш йәҙрәләр менән атҡан, ә уны йөрөтөү өсөн 16 аттан торған егем файҙаланылған[2].
Кинола[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Нибелунги: Зигфрид» / Die Nibelungen: Siegfried (Германия, 1924) — режиссёры Фриц Ланг, Кримһильда ролендә Маргарет Шён.
- «Нибелунги»]] (ФРГ, 1967) — режиссёры Райнль Харальд, Кримһильда ролендә — Мария Марлоу (Maria Marlow).
- «Кольцо Нибелунгов» (США, 2004) — режиссёры Ули Эдель, Кримһильда ролендә — Алисия Уитт.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ганина Н. А. Спор королев: (Песнь о Нибелунгах, XIV авентюра): генезис коллизии и синхрония текста // Атлантика: Записки по исторической поэтике : журнал. — 2000. — Т. 5. — С. 130–147.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Kriemhild 2022 йылдың 3 октябрь көнөндә архивланған. // Encyclopaedia Britannica online.
- ↑ Дельбрюк Х. Г. История военного искусства в рамках политической истории. — Т. IV. Новое время 2022 йылдың 4 сентябрь көнөндә архивланған.. — СПб.: Наука; Ювента, 1996. — С. 30.