Кришна (йылға)

Кри́шна (санскритта «ҡара» тип аңлатыла) — Һиндостандағы йылға.

undefined

География

Оҙонлоғо яҡынса 1300 км, бассейн майҙаны 258948 км²[1].

Махараштара штатының Махабалесвар ҡалаһы янында башлана. Көнсығышҡа табан Махараштра, Карнатака һәм Андхра-Прадеш штаттарының территорияһы буйлап аға.

Тамағында дельта барлыҡҡа килтереп Бенгал ҡултығына ҡоя. Йылға дельтаһы — Һиндостандың иң уңдырышлы райондарының береһе булып тора, бында шулай уҡ Сатавахана һәм Икшваку боронғо батшаларының резиденциялары булған.

Ҡушылдыҡтары — Тунгабхарда, Кояна, Венна (Вени), Савитри һәм Гаятри.

Муссондар осоронда (июнь-август) йылға кимәле ныҡ күтәрелә һәм ул бик ныҡ киңәйә.

Иҫкәрмәләр

  1. IWMI Research Report 83. Spatial variation in water supply and demand across river basins of India. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2015.


Icon river delta.svg Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ

Категориялар