Кружилинский утары
Кружилинский — Рәсәйҙәге Ростов өлкәһенең Шолохов районындағы утар, Кружилинский ауыл биләмәһенең административ үҙәге, яҙыусы Михаил Александрович Шолоховтың тыуған ере. 2009 йылдың 1 ғинуары мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ һаны 1322 кеше.
Географияһы
Район үҙәгенә саҡлы ара — 33 км[2].
Тарихы
1749 йыл тирәһендә барлыҡҡа килгән Кружилин утарына нигеҙ һалыусы тураһында ике фараз бар. Беренсеһе буйынса – йөҙ башы Григорий Кружилин, икенсеһенә ярашлы – ағалы-энеле Григорий, Захар, Иван, Иона, Пётр, Савва Кружилиндар, Иван Лиховидов һәм Иван Четвериков. 1820 йылда утарҙа - 20, ә быуат һуңына 200 хужалыҡ була. Октябрь революцияһы алдынан йәмғиәт тарафынан һайланған атаман утарҙың идара итеүсеһе булған, уның халҡы Вёшенская станицаһы Троицк сиркәүенә доға атҡарырға йөрөгән (прихожандар). 1881 йылдың 3 майында Кружилин, Каргин-Кружилин, Максаев утарҙары, Ясеновка ҡасабаһы вәкилдәре Дон һәм Новочеркасск архиепискобына Каргин-Кружилин утарында яңы сиркәү төҙөү ихтыяжлығы буйынса юллама яҙf. Төҙөлөшкә рөхсәт бирелгәс, сиркәү төҙөү 1885 йылда тамамланf һәм изгеләштерелә.
Святитель һәм Чудотворец Николайға[3] нарыҡланған ағас сиркәү таш нигеҙҙә тора, бер тәхете, 12 ҡыңғырауы һәм ағас ҡоймаһы була. Сиркәү утар үҙәгендәге майҙанда, бай казактарҙың ихаталары эргәһендә урынлаша. 1904 йылдан унда сиркәү яны мәктәбе эшләй.
Урамдары
|
|
Билдәле кешеләре
- Бокова Харитиния Алексеевна — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Иҫтәлекле урындары
- М. Шолохов тыуған һәм биш йыл йәшәгән йорт. Уны яҙыусының сауҙагәр Парамоновта приказчик булып эшләгән атаһы Александр Михайлович Шолохов һатып ала. 1910 йылда, Шолоховтар ғаиләһе Каргинға күсеп китеү сәбәпле, йорт һатыла. Хәҙерге ваҡытта был йорт, ихатаһы, емеш баҡсаһы, кибете, мунсаһы, оҙон келәте, ат һарайы менән бергә, Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығына инә.
- XIX б. аҙағы - XX б. башы Казак ихатаһы музейы. Музей составына йорт, һарай, оҙон келәт, мөгәрәп һ.б. инә. Музей килеүселәрҙе боронғо казак утары йыһазы менән таныштыра.
- Святитель һәм Чудотворец Николайға нарыҡланған ағас сиркәү.
- Утарҙан сыҡҡан ерҙә Тымыҡ Дон казактары һәйкәле урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Администрация Кружилинского сельского поселения 2017 йылдың 10 май көнөндә архивланған.
- ↑ Сравнительная таблица сельских поселений района. veshki-bazar.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2012. Архивировано 6 ғинуар 2013 года. 2013 йылдың 6 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Хутора Кружилина Николаевская церковь
Һылтанмалар
- Кружилинский (хутор)
- МУЗЕЙ ШОЛОХОВА СОБИРАЕТ «ТОЛОКИ» В КРУЖИЛИНЕ 2013 йылдың 19 сентябрь көнөндә архивланған.