Кузмин быуаһы
Кузмин быуаһы — Ишембай ҡалаһы янындағы Кузьминовка һәм Бәләкәй Байыҡ (Ишембай районы) ауылдары араһындағы уйпат ерҙә урынлашҡан. Быуаға төбәк әһәмиәтендәге 80Н-025 һәм 80Н-307 (Бәләкәй Байыҡ аша) юлдарынан барырға була. Быуа Тимерле йылғаһы ҡушылдығын быуып эшләнгән.
Ҡала һәм район халҡының иң популяр ял үҙәктәренең береһе. Өҫтәүенә быуа янында кирбестән төҙөлгән һәм бөтә уңайлыҡтары булған ял базаһы бар[1]
Ҡала һәм райондың һәүәҫкәр балыҡсылары ошонда балыҡ ҡармаҡлау буйынса спорт ярышын да үткәрә.
Христиандарҙың суҡындырыу байрамы үтәсәк иордань мәкеһе лә (Крещенский купель) ошонда урынлашҡан. 2013 йылда — Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһында берҙән-бер рәсми рәүештә рөхсәт ителгән йола башҡарыу урыны була[2])
Флора
Захарова Елена Анатольевна Кузмин быуаһын тикшереү менән шөғөлләнә һәм алынған мәғлүмәттәренә таянып биология Альгоценоз өйрәнеү предметы булып быуа, биология буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Ваҡиғалар
2012 йылдың 12 июнендә ауыл Бәләкәй Байыҡ ауылында йәшәгән Айнур Ғәлиев үҙенең өс туған ҡустыһы Мөхәмәтшин Илшат менән Кузмин быуаһында һыу ингәндә бата башлаған ике сабыйҙың һәм уларҙың атаһының ғүмерҙәрен ҡотҡара[3][4]
Әҙәбиәт
Захарова, Елена Анатольевна. Альгоценозы водоемов и почв урбанизированных территорий (На примере города Ишимбая, Башкортостан) : Дис. … канд. биол. наук : 03.00.05 : Уфа, 2003 169 с. РГБ ОД, 61:04-3/471.
Һылтанмалар
- Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Комплексная программа социально-экономического развития муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан на 2013-2015 годы. 2016 йылдың 9 март көнөндә архивланған.
- ↑ Крещенские купели иордани Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2019. 2019 йылдың 22 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ А герою дня всего тринадцать лет. Вечерняя Уфа, официальный сайт газеты «Вечерняя Уфа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2019.
- ↑ 14-летний подросток из Башкирии получил награду за спасение утопающих // KP.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2019.