Кулеша Вадим Анатольевич
Кулеша Вадим Анатольевич (8 июнь 1932 йыл — 7 март 2011 йыл) — ғалим-инженер-металлург, хужалыҡ эшмәкәре. 1978—2000 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының генераль директоры. РСФСР-ҙың 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (2000). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған металлургы (1981). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988). Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1966, 1976) кавалеры.
Биографияһы
Вадим Анатольевич Кулеша 1932 йылдың 8 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған.
1956 йылда Урал политехник институтын тамамлай (1956). Прокат һәм метиз етештереү өлкәһендә белгес.
Эш урыны: 1956 йылдан Белорет металлургия комбинатында бүлек начальнигы, һалҡын прокат таҫмаһы цехы начальнигы, баш инженер урынбаҫары, директор, 1988—1999 йылдарҙа — комбинаттың генераль директоры булып эшләй.
РСФСР-ҙың халыҡ депутаты (1990—1993).
Хеҙмәттәре
Кулеша Вадим Анатольевич — 34 баҫма эше авторы, 30 уйлап табыуға авторлыҡ танытмаһы һәм патентҡа эйә[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- СССР Дәүләт премияһы (1983)
- Черепанов исемендәге премия (1999)
- Октябрь Революцияһы ордены (1986),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971),
- ике «Почёт Билдәһе» ордены (1966, 1976),
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Кулеша Вадим Анатольевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2021)
- http://www.bashinform.ru/news/345389/
- http://dic.academic.ru/dic.nsf/enc_biography/65950/Кулеша