Куюмба — Тайшет
Кую́мба — Тайше́т — Куюмба һәм Юрубчено-Тохомск ятҡылығы аша «Көнсығыш Себер — Тымыҡ океан» (Көнсығыш Себерҙе Азия һәм АҠШ баҙарҙары менән тоташтыра) торба системалары аша үткән нефть торбалары магистрале.
Проект Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 17 апрелендәге 532-се Күрһәтмәһе нигеҙендә тормошҡа ашырыла[1].
Нефть үткәргес торбалары 2017 йылдың 18 ғинуарында асыла[2].
Географияһы
«Куюмба — Тайшет» магистраленең оҙонлоғо — 697 километр. Трасса Куюмба ҡасабаһы — «Көнсығыш Себер — тымыҡ океан» торба үткәргес системаларының «Тайшет» баш нефть ҡыуыу станцияһы аша Краноярск крайының Эвенкия, Богучанск, Түбәнге Ингаш райондары һәм Иркутск өлкәһенең Тайшет районы территорияларынан үтә. Нефть үткәргес торбалары 113 һыу ҡаршылығын, 7 ҙур йылғаны, шул иҫәптән Ангараны (киҫеп сыҡҡан урында йылға киңлеге 1,5 километрҙан киңерәк) киҫә[3][4].
Куюмба нефть-газ конденсаты ятҡылығындағы запас 300 миллион тоннанан ашыу[5]. Юрубчено-Тохомск ятҡылығында, геологтар баһаһы буйынса, запас 321 миллион тонна тәшкил итә[6].
Проектлау һәм эш
Файл:Sxema Kuyumba — Taishet.jpeg
«Куюмба — Тайшет» нефть үткәргес магистраленең схемаһы
Нефть үткәргес торбаларын һалыуҙы проектлау һәм эшләүҙе ойоштороу буйынса заказсы, шулай уҡ оператор функцияһын «Транснефть» компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте башҡара. Финанслау һәм төҙөлөш компанияның инвестиция программаларында ҡаралған аҡсалар иҫәбенә тормошҡа ашырыла[7].
Нефть үткәргес торбалар магистрален проектлау менән «Гидротрубопровод» акционерҙар йәмғәите проект институты — «Транснефттең» тармаҡ предприятиеһы шөғөллөнә[8].
Төп төҙөлөш подрядсыһы — «Велесстрой» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт[9] и ЗАО «Стройтрансгаз»[10].
2013 йылдың 17 декабрендә Богучаны ҡасабаһы районында беренес торба ялғана. Төҙөлөш участкалары тимер юлынан һәм тораҡ пункттарынна алыҫ булыу сәбәпле, ҡорамалдар һәм техника ҡышын ҡышлаҡтарға килтерелә, йәйгеһен вертолет менән ташыла. Баш станциянан 4 километр алыҫлыҡта булған Подкаменная Тунгуска ярында йөк ҡабул итеү урыны булдырыла, уға барлығы 40 мең тонна йөк килтерелә[4].
Тупраҡ һәм рельефтың төрлө булыуы шарттарында трассаны участкалап эшләйҙәр: ҡышын — һаҙлыҡлы, йәйгеһен ҡоро урында. Нефть үткәргес торбалары магистралеете ҙур йылғаны киҫеп үтә, улар аша һыу аҫты үткәүелдәре һалына. Иң ҙур үткәүел — 1,5 километрҙан оҙонораҡ — Ангара йылғаһы аша һалына. Дюкер оҙонлоғо — 1,86 километр, һыу аҫты үткәүеле оҙонлоғо — 4,3 километр[4].
Ете һыу аҫты үткәүеленең дүртеһенең резерв торбалары бар[11]. Нефть ҡыуҙырыу станциялары свайҙарҙа ултыра, туң тупраҡ иремәһен өсөн улар аҫтан елләтелә[4].
Файл:LEP Angara.jpg
Ангара аша электр линиялары үткәүеле
Нефть үткәргес торбаларын проектлау һәм эшләүҙәге үҙенсәлекле объекттарҙың береһе булып Ангара йылғаһы аша һуҙылған электр линияһы тора. Туң ер шарттарында терәүҙәрҙең бейеклеге 125 метр булыуы талап ителә. Уларҙы йыйыу өсөн Санкт-Петербургтан 500 тонна йөк күтәрерлек махсус автокран килтерелә[12].
Төҙөлөш этабында нефть ҡыуҙырыу станцияларында һәм линия частары объекттарында ерҙең температураһын һаҡлау стабилизаторҙары ҡуйыла, улар мәңге туңлыҡ зонаһында тупраҡта кире температура һаҡлап, нигеҙҙең тотороҡло, ныҡлы тороуын тәьмин итә. Технология буйынса, ергә 25 метрға төшөрөлгән термостабилизатор торбаларҙың 3 метрға тиклем конденсатор өлөшө ер өҫтөндә ҡала. Ҡоролма ауыҙында һыуытыу агенты бар, ул ерҙән килгән йылыны һыуытып, кире температура булдыра[13].
«Куюмба — Тайшет» нефть үткәргес торбалары магитрале төҙөлөшө хаҡы — 124,2 миллиард һум[14]
Нефть үткәргес торбаһы буйлап нефть ҡыуҙырыу тарифы — тоннаһына 869,72 һум[15].
Техник ҡылыҡһырламаһы
• Оҙонлоғо — 697 километр
• Үткәреү һәләте — йылына 15 миллион тонна
• Торбаларҙың диаметры — 530, 720 миллиметр
• Нефть ҡыуҙырыу станциялары: ГНПС-1 Куюмба, НПС-2 Юрубчен, НПС-3 (Куюмба — Тайшет), НПС-4 (Куюмба — Тайшет)[16]
Хеҙмәтләндереү һәм ҡулланыу
Магистралде «Транснефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тармаҡ предприятиеһы «Транснефть — Восток» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт ҡуллана. Эксплуатация өсөн 800-гә яҡын яңы эш урыны булдырылған. Красноярск крайының Ангара һәм Октябрьский ҡасабаларында ике торлаҡ комплекс сафҡа индерелгән[13].
Йыл һайын торба эстәре диагностикалана, ерҙең температураһы тикшерелә, трассаға һауа-лазер сканлауы үткәрелә[17].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Заполярье — Пурпе — Самотлор
- Узень — Атырау — Һамар нефть үткәргес торбалары
- Дружба (нефть үткәргес торбалары)
- Сургут — Полоцк нефть үткәргес торбалары
- Баҡы — Новороссийск
- Балтика торба үткәргес системаһы
- Каспий торба үткәргес консорциумы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 17.04.2012 № 532-р. Главбух. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2024.
- ↑ Путин по видеосвязи запустил магистральный нефтепровод «Куюмба — Тайшет» (18 ғинуар 2017). 10 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Магистральный нефтепровод Куюмба — Тайшет введён в эксплуатацию. ООО «Транснефть — Восток» (18 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2024.
- ↑ 1 2 3 4 Как шло строительство нефтепровода Куюмба — Тайшет (19 декабрь 2016). 10 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Энергия Куюмбы. Как нефтяники развивают собственную генерацию (21 декабрь 2020). 10 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ «Чёрное золото» Юрубчена и Тохомо. ЦДУ ТЭК (24 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2024.
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 19 января 2016 года № 31-р «О внесении изменений в Распоряжение Правительства РФ от 17 апреля 2012 года № 532-р». Гарант.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2024.
- ↑ Проекты. 2002—2016. АО «Гипротрубопровод». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2024.
- ↑ Велесстрой завершил строительство нефтепровода «Куюмба — Тайшет». Энергетика и промышленность России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2024.
- ↑ «Стройтрансгаз» проложит для «Транснефти» участок нефтепровода Куюмба — Тайшет (27 декабрь 2013). 10 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Нефтепровод МНП Куюмба — Тайшет. Neftegaz.ru (14 май 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2024.
- ↑ Транснефть завершила строительство уникального объекта в Красноярском крае. Neftegaz.ru (16 июнь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2024.
- ↑ 1 2 ООО «Транснефть — Восток» обследовало тысячи термостабилизаторов в зоне вечной мерзлоты (8 апрель 2021). 10 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ «Транснефть» пересчитала стоимость строительства новых нефтепроводов (17 апрель 2015). 10 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Транснефть повысила тарифы на прокачку нефти на 7,2 % в 2024 году. Neftegaz.ru (2 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2024.
- ↑ Нефтепровод Куюмба — Тайшет. energybase.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2024.
- ↑ Транснефть в 2021 году обследовала 3,6 тыс. км нефтепроводов методом воздушно-лазерного сканирования. Neftegaz.ru (23 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2024.
Һылтанмалар
- Нефтепровод «Куюмба — Тайшет» на сайте Energybase
- Официальный сайт ПАО «Транснефть»
- Как шло строительство нефтепровода «Куюмба — Тайшет»: [материал Российской газеты]
- Документальный фильм «Куюмба — Тайшет» на Rutube
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |