Күк сфераһы
Күк сфеераһы (лат. orbis coelestis) — күк есемдәре проекцияланған ирекле радиуслы күҙалланған сфера: төрлө астрометрик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн хеҙмәт итә. Күк сфераһының үҙәге тип күҙәтеүсенең күҙен ҡабул ителә; шул уҡ ваҡытта күҙәтеүсе Ер өҫтөндә лә, арауыҡтың башҡа нөктәләрендә лә була ала (мәҫәлән, Ул Ер үҙәгенә ҡарай ала). Ер өҫтө күҙәтеүсеһе өсөн күк сфераһының әйләнеше күк яҡтыртҡыстарының тәүлек әйләнешен ҡабатлай.
Һәр күк яҡтылығына күк сфераһының нөктәһе тура килә, унда уны сфераның үҙәген яҡтылыҡтың үҙәге менән тоташтырыусы тура һыҙыҡ киҫеп үтә. Күк сфераһындағы яҡтыртҡыстарҙың торошон һәм күренгән хәрәкәттәрен өйрәнгәндә теге йәки был сферик координаталар системаһын һайлайҙар. Күк сфераһында яҡтыртҡыстарҙың торошон иҫәпләү күк механикаһы һәм сферик тригонометрия ярҙамында башҡарыла һәм сферик астрономия предметын тәшкил итә.
Тарихы
Күк сфераһы тураһында төшөнсә бик боронғо замандарҙа барлыҡҡа килгән; уның нигеҙендә көмбәҙ рәүешендәге күк көмбәҙе булыуы тураһында күреү тәьҫораттары ята. Был тәьҫорат күк яҡтыртҡыстарының бик алыҫ булыуы һөҙөмтәһендә кеше күҙе уларҙың араһындағы алыҫлыҡ айырмалығын баһалай алмай, һәм улар бер төрлө алыҫлыҡта булып күренә. Боронғо халыҡтарҙа был бөтә донъяны сикләгән һәм үҙенең өҫтөндә күп һанлы йондоҙҙар йөрөткән реаль сфера булыуы менән бәйле булған. Шулай итеп, уларҙың күҙаллауында күк сфераһы Ғаләмдең иң мөһим элементы була. Фәнни белем үҫеше менән күк сфераһына бындай ҡараш юҡҡа сыға. Әммә боронғо заманда һалынған үҫеш һәм камиллашыу һөҙөмтәһендә, күк сфераһы геометрияһы хәҙерге күренеш ала һәм астрометрияла ҡулланыла
Күк сфераһы элементтары
Текә һыҙыҡ һәм уның менән бәйле төшөнсәләр
Текә ли́ния (йәки вертика́ль ли́ния) — күк сфераһының үҙәге аша үткән һәм күҙәтеү урынында текә еп йүнәлеше менән тап килгән тура һыҙыҡ. Текә һыҙыҡ күк сфераһы менән: күҙәтеүсенең башы өҫтөндәге зенит һәм күҙәтеүсенең аяҡтары аҫтындағы надир тип аталған ике нөктәлә киҫешә.
Ысын (математик, йәки астрономик) горизонт — күк сфераһының ҙур түңәрәге, уның яҫылығы текә һыҙыҡҡа перпендикуляр. Ысын горизонт күк сфераһының өҫкө йөҙөн ике ярымшарға бүлә: зенит түбәһе менән күренгән ярымшар һәм надир түбәһе менән күренмәгән ярымшар. Ысын горизонт, ер өҫтөнән күҙәтеү нөктәһенең күтәрелеүе, шулай уҡ атмосферала яҡтылыҡ нурҙарының кәкреләнеүе арҡаһында күренгән горизонт менән тап килмәй.
Яҡтыртҡыстың бейеклек түңәрәге, йәки вертикаль — күк сфераһының ҙур ярымтүңәрәге яҡтыртҡыс аша үтә, зенит һәм надир. Альмукантара́т (ғәрәп. «тигеҙ бейеклектәр түңәрәге») — яҫылығы математик горизонт яҫылығына параллель булған күк сфераһының бәләкәй түңәрәге. Бейеклек түңәрәктәре һәм альмукантараттар яҡтыртҡыстың горизонталь координаталарын билдәләүсе координаталар селтәрен барлыҡҡа килтерә.
Күк сфераһының тәүлек әйләнеше һәм уға бәйле төшөнсәләр
Донъя күсәре — тирәһендә күк сфераһы әйләнгән донъяның үҙәге аша үткән күҙалланған һыҙыҡ. Донъя күсәре күк сфераһы менән ике нөктәлә — донъяның төньяҡ полюсында һәм донъяның көньяҡ полюсында киҫешә. Күк сфераһының әйләнеше, күк сфераһына эстән ҡараһаң, төньяҡ полюс тирәләй сәғәт уғына ҡаршы хәрәкәт итә.
Күк экваторы — яҫылығы донъя күсәренә перпендикуляр һәм күк сфераһының үҙәге аша үткән күк сфераһының ҙур түңәрәге. Күк экваторы күк сфераһын ике: төньяҡ ярымшарға һәм көньяҡ ярымшарға бүлә[1].
Яҡтыртҡыстың ауышлыҡтары түңәрәге — донъяның полюстары һәм был яҡтыртҡыс аша үткән күк сфераһының ҙур түңәрәге (ауышлыҡ — есемдән күк экваторына үткәрелгән дуға).
Күк экваторы — яҫылығы донъя күсәренә перпендикуляр һәм күк сфераһының үҙәге аша үткән күк сфераһының ҙур түңәрәге. Күк экваторы күк сфераһын ике: төньяҡ ярымшарға һәм көньяҡ ярымшарға бүлә[1].
Тәүлек параллелы — яҫылығы күк экваторы яҫылығына параллель һәм шуға күрә донъя күсәренә перпендикуляр күк сфераһының бәләкәй түңәрәге. Яҡтыртҡыстарҙың тәүлек әйләнәһенә күренгән хәрәкәттәре тәүлек параллелдәре буйынса башҡарыла. Күк сфераһы эсен күҙәтеүсе өсөн төньяҡ күк ярымшарының яҡтыртҡыстары донъяның төньяҡ полюсы тирәләй — сәғәт уғына ҡаршы, ә көньяҡ күк ярымшарының яҡтыртҡыстары донъяның көньяҡ полюсы тирәләй — сәғәт уғы буйлап хәрәкәт итә. Күк сфераһында яҡтыртҡыстың ауышлыҡ түңәрәге һәм тәүлек параллелдары экваториаль координаталар системаһын биреүсе координаталар селтәре барлыҡҡа килтерә.
«Текә һыҙыҡ» һәм «Күк сфераһының өйрөлөүе» төшөнсәләренең киҫешкән урындарында барлыҡҡа килгән терминдар
Күк экваторы математик горизонт менән көнсығыш нөктәһендә һәм көнбайыш нөктәһендә киҫешә. Күк сфераһының өйрөлөүсө нөктәләре горизонттан күтәрелгәне көнсығыш нөктәһе тип атала. Көнсығыш нөктәһе аша үткән бейеклек ярым түңәрәге беренсе вертикаль тип атала.
Күк меридианы күк сфераһының ҙур түңәрәге, уның яҫылығы текә һыҙыҡ һәм донъя күсәре аша үтә. Көнсығыш нөктәһе аша үткән бейеклек ярымшары беренсе вертикал тип атала.
Күк меридианы — яҫылығы текә һыҙыҡ һәм донъя күсәре аша үткән күк сфераһының ҙур түңәрәге. Күк меридианы күк сфераһының өҫкө йөҙөн ике ярымшарға: көнсығыш ярымшарға һәм көнбайыш ярымшарға бүлә.
Төшкө линияһы — күк меридианы яҫылығы һәм математик горизонт яҫылығы киҫешкән һыҙыҡ. Төшкө һыҙыҡ һәм күк меридианы математик горизонтты ике: төньяҡ нөктәһендә һәм көньяҡ нөктәһендә киҫеп үтә. Төньяҡ нөктәһе тип донъяның төньяҡ полюсына яҡыныраҡ булған нөктә атала.
Ҡояштың күк сфераһы буйлап йыллыҡ хәрәкәте һәм уға бәйле төшөнсәләр
Файл:Небесная сфера.png
P,P' — донъя полюстары, T,T' — көн һәм төн тигеҙлеге нөктәләре, E,C — ҡояш торошо нөктәләре, П,П' — эклиптика полюстары, PP' — донъя күсәре, ПП' — эклиптика күсәре, ATQT'- күк экваторы, ETCT' — эклиптика
Эклиптика — Ҡояштың күренеп торған йыллыҡ хәрәкәте күҙәтелгән күк сфераһының ҙур түңәрәге. Эклиптика яҫылығы күк экваторы яҫылығы менән ε = 23°26' мөйөшөндә киҫешә.
Эклиптика күк экваторы менән киҫешкән ике нөктә көн менән төн тигеҙлеге нөктәләре тип атала. Яҙғы көн менән төн тигеҙлеге нөктәһендә Ҡояш үҙенең йыллыҡ хәрәкәтендә күк сфераһының көньяҡ ярымшарынан төньяҡҡа күсә; көҙгө көн менән төн тигеҙлеге нөктәһендә — төньяҡ ярымшарҙан көньяҡҡа күсә. Был ике нөктә аша үткән тура һыҙыҡ көн менән төн тигеҙлеге һыҙығы тип атала[2]. Эклиптиканың көн менән төн тигеҙлеге нөктәләренән 90° алыҫлыҡта һәм шуның менән күк экваторынан максималь алыҫлыҡта урынлашҡан ике нөктәһе ҡояш торошо нөктәләре тип атала. Йәйге ҡояш торошо нөктәһе төньяҡ ярымшарҙа, ҡышҡы ҡояш торошо нөктәһе — көньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан. Был дүрт нөктә Гиппарх осоронда булған йондоҙлоҡтарға тап килгән зодиак символдары менән билдәләнә[3] (көн менән төн тигеҙлеге алдынан был нөктәләр ситкә тайпылған һәм хәҙер башҡа йондоҙлоҡтарҙа тора): яҙғы көн менән төн тигеҙлеге — Ҡуҙы ( ♈ ) билдәһе, көҙгө көн менән төн тигеҙлеге — Үлсәү билдәһе (♎), ҡышҡы ҡояш торошо — Кәзәмөгөҙ йәки Ылаҡ ( ♑ ) билдәһе, йәйге ҡояш торошо — Ҡыҫала (♋)[4].
Эклиптика күсәре — күк сфераһының эклиптика яҫылығына перпендикуляр диаметры. Эклиптика күсәре күк сфераһы яҫылығы менән ике нөктәлә: төньяҡ ярымшарҙа ятҡан эклиптиканың төньяҡ полюсында һәм көньяҡ ярымшарҙа ятҡан эклиптиканың көньяҡ полюсында киҫешә. Эклиптиканың төньяҡ полюсы Аждаһа йондоҙлоғонда һәм R.A. = 18h00m, Dec = +66°33' экваториаль координаталарына эйә, ә көньяҡ полюсы — Алтын Балыҡ йондоҙлоғонда урынлашҡан һәм R.A. = 6h00m, Dec = −66°33' экваториаль координаталарына эйә.
Эклиптик киңлек түңәрәге, йәки ябай киңлек түңәрәге — күк сфераһының эклиптика полюстары аша үткән ҙур ярым түңәрәге.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Күк координаталары системаһы
- Армилляр сфера
- Йондоҙло күк
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Воронцов-Вельяминов, 2018, с. 25: «Небесный экватор (подобно земному) делит небесную сферу на два полушария: Северное и Южное.»
- ↑ Весеннее равноденствие // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Левитан Е. Редкое астрономическое явление // Наука и жизнь. — 1988. — № 9. — С. 116.
- ↑ Цесевич В.П. Эклиптика // Что и как наблюдать на небе. — 6-е изд. — М.: Наука, 1984. — С. 48—49. — 304 с.
Әҙәбиәт
- Веселовский И. Н. Астрономия орфиков // Вопросы истории естествознания и техники. — М., 1982. — № 2. — С. 120—124.
- Житомирский С. В. Древность небесных кругов // Земля и Вселенная. — 1998. — № 3. — С. 31—36.
- Матвиевская Г. П. Сферика и сферическая тригонометрия в древности и на средневековом востоке // Развитие методов астрономических исследований, Вып. 8. — М.—Л., 1979.
- Воронцов-Вельяминов Б.А., Е. К. Страут. Астрономия, Базовый уровень, 11 класс. — Дрофа, 2018. — 238 с.