Күк ҡарға
Күк ҡарға, күк ҡош, күксәй (Сизоворонка)(лат. Coracias garrulus) — эре ҡош.
Ҡылыҡһырлама
Күгәрсендән бәләкәйерәк. Дөйөм төҫө күкһел йәшел. Арҡаһы көрәнһыу ҡыҙыл, ҡанаттарының осо ҡара. Ҡанаттары йәшел, башы һәм кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө йәшкелт зәңгәр, ҡойроғоноң ике яҡ ситенән асыҡ зәңгәр һыҙыҡтар үтә. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
Тауышы
Киҫкен һәм көслө генә ҡысҡыра: «рааҡ-рааҡ».
Йәшәү рәүеше
Туҡланыуы
Бөтә нәмәне ла ашай торған ҡош. Бигерәк тә эре бөжәктәргә өҫтөнлөк итә. Саранча, ҡуңғыҙҙар, кәҫәрткеләр, баҡалар, ҡырҡаяҡтар. Ҡайһы саҡ ваҡ кимереүселәргә лә һунар итә. Көҙгөһөн баҡса емештәренә төшөп аҙ-маҙ зыян килтерә.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
- База данных «Позвоночные животные России»: сизоворонка 2017 йылдың 23 декабрь көнөндә архивланған.