Күсбикә (йыр)
Күсбикә — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. 1925 йылда Кәрим Дияров йырҙы һәм уның тарихын Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылынан Мырҙағәленән һәм Иҫәнбәттән Ғөбәйт Ибраһим улы Һибәтулииндан яҙып ала. Улар икеһе лә Кәрим Дияровҡа йырҙың тарихын һөйләп, йырлап ишеттерә.[1]
Йырҙа мөхәббәт темаһы тәрән лиризм менән һуғарылған.
Тарихы
Ваҡиға Ирәндек тауҙары буйында, бер-береһенән дүрт-биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Иҫәнбәт һәм Ишбирҙе ауылдарында бара. Иҫәнбәттә төҫкә сибәр, эшкә егәрле ҡыҙ Күсбикә үҫкән, ә Ишбирҙелә төҫкә матур, эшкә батыр, йырсы, мыҡты кәүҙәле Әбделфәрит буй еткән. Фәриттең ата-әсәһе ғүмер буйы урман ҡарауылсыһы булып эшләй, егет тә улар кеүек урман һаҡлаған, ҡәҙерләгән. Емеш-еләк йыйған ҡыҙҙарҙан сабынлыҡтарҙы тапаттырмаған, муйыл ботаҡтарын һындыртмаған. Иҫәнбәт ауылынан еләк йыйып йөрөгән ҡыҙҙар Фәриткә тап була. Егеттең күҙе шул ҡыҙҙар араһынан һылыу бер ҡыҙға төшә. Күсбикә лә Фәриткә һирпелеп ҡарап, күҙ һала. Ошо көндән һуң ҡыҙҙар көн дә еләккә килгән, Фәрит тә улар менән бергә йөрөгән. Фәриттең йырсы булыуы тураһында ҡыҙҙар хәбәрҙәр булған. Бер көн улар егеттең йырлауын һорай, Фәрит ошо йырҙы йырлап күрһәтә:[1]
Ирәндекәй тауҙай, ай тау ҡайҙа,
Төйәләҫкәй һыуындай һыу ҡайҙа,
Күп ерҙәре йөрөп, күпте күрҙем,
Күсбикәләй һылыу, шул ҡыҙ ҡайҙа.
Мөхәббәт тигән төшөнсәнең бөйөклөгөн аңлаған лирик геройҙың юғарылығы, хистәренең сикһеҙ тәрәнлеге йырҙа бына нисек итеп әйтеп бирелә:
Уйташҡай ҙа менән Ирәмәлгә
Ат уйнатып менгән дә бар микән?
Күсбикәләй һылыу был донъяла
Берәй һылыу тағы ла бар микән?
Көндөҙҙәрен баҡһа, көн ояла,
Төндәрендә йондоҙ нур ала.
Әсәләрҙән ҡыҙҙар күп тыуа ла,
Күсбикәләй кем һуң була ала?
Күсбикәне һоратып Фәрит ике-өс тапҡыр яусы ебәрә, ләкин ҡыҙҙың ата-әсәһе яусыны кире ҡаға. Күп тә үтмәй уны бер бай малайына биреп ебәрәләр. Фәрит ғүмер буйы Күсбикәне онота алмаған, уға арнап сығарған йырын йырлап йөрөр булған. 1924 йылда үс тотоп йөрөгән бай ҡуштандары бер мәжлестә шарапҡа ағып ҡушып эсереп үлтерәләр.[1]
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Кәрим Дияров. Сал Уралдың моңдары. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 150 с. — ISBN 5-295-00066-4.