Кәкүк сәйе

Кәкүк сәйе (рус. Кукушкин чай; татар. Кәкүк чәе, кәкүк — «кукушка», сәй, чәй — «чай») — башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға һәм яҙғы осорҙо оҙатыуға бәйле традицион йола байрамы. Байрамда бергәләп сәй эсеү, йола ризыҡтары менән һыйлау, күрәҙәлек итеү, халыҡ уйындары, йырҙар, бейеүҙәр, күрәҙәлек һәм изге теләктәр әйтелә.

Тарихы

«Кәкүк сәйе» тәбиғәт культына һәм үлгән кешеләрҙең йәндәре ҡоштар менән хайуандарға әүерелә алыуы хаҡындағы ҡараштарға бәйле боронғо исламға тиклемге ышаныуҙарға барып тоташа. Байрам айырыуса Башҡортостандың Урал аръяғы, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш һәм үҙәк райондарында киң таралған булған. Ошондай уҡ яҙғы-йәйге йола байрамдары Көньяҡ Урал һәм Урта Волга буйының башҡа халыҡтарында ла бар[1].

Байрам йолалары

«Кәкүк сәйе» байрамы башҡорттарҙың кәкүк ҡошон изге һәм күрәҙәсе ҡош итеп ҡабул итеүенә бәйле боронғо ҡараштары менән тығыҙ бәйләнгән булған. Халыҡ ышаныуҙарында кәкүк кеше яҙмышын алдан белеүсе, муллыҡ, уңыш һәм һаулыҡ килтереүсе итеп күҙалланған. Шул уҡ ваҡытта ул ырыуҙы һаҡлаусы, тереләр һәм үлеләр донъяһы араһында аралашсы һәм мөһим ваҡиғалар хәбәрсеһе булараҡ ҡабул ителгән[2].

Байрам, ғәҙәттә, май аҙағында — июнь башында, кәкүктәр әүҙем саҡырған осорҙа үткәрелгән. Ҡатын-ҡыҙ тау битләүендә йәки йылға буйында, ҡайһы ваҡыт өй алдындағы йәшел үләндә йыйылған. Байрамда бергәләп сәй эсеү, йола ризыҡтары менән һыйлау ойошторола, халыҡ уйындары, йырҙар, бейеүҙәр үткәрелә, күрәҙәлек ителә һәм изге теләктәр әйтелә.

Йоланың төп ҡатнашыусылары ҡатын-ҡыҙҙар, ҡыҙҙар һәм балалар булған. Ҡайһы бер райондарҙа байрам ырыу бүлексәләре буйынса ойошторолған. Байрам менән йола тәртибен һәм теләк-бәхеттәрҙе яҡшы белгән оло йәштәге ҡатын етәкселек иткән.

Байрам алдынан балалар ауыл буйлап йөрөп, уртаҡ һый өсөн аҙыҡ-түлек йыйған: һөт, май, ҡорот, йомортҡа, төрлө ҡамыр аштары һәм башҡа ризыҡтар. Байрам көнөндә ҡатнашыусылар байрам урынына бауырһаҡ, бәлеш, ҡоймаҡ, гөбәҙиә, сәк-сәк, бал, эремсек һәм башҡа милли аштар алып килгән. Усаҡта сәй ҡайнатҡан, ҡырағай үләндәрҙән аш бешергәндәр, ҡайһы бер райондарҙа тары бутҡаһы ла әҙерләнгән.

Йоланың иң мөһим элементтарының береһе кәкүкте ризалатыу булған. Кәкүк саҡырған ағастар төбөнә һөт йәки ҡатыҡ ҡойғандар, йомортҡа һәм ризыҡ өлөштәре ҡалдырғандар. Ҡатнашыусылар кәкүккә һаулыҡ, муллыҡ, бәхет һәм ырыу именлеге һорап мөрәжәғәт иткән.Ҡайһы ваҡыт ҡалған бутҡаны таштарға, ағастарға, ағас төптәренә һалғандар.

Байрам ваҡытында төрлө юрауҙар киң таралған булған. Балалар һәм ололар кәкүк тауышын һанап, кеше ғүмеренең оҙонлоғон күрһәтеүенә ышанған. Ҡыҙҙар киләсәк кейәү тураһында юраған: кәкүк оҙаҡ һәм өҙлөкһөҙ саҡырһа, бәхетле тормошҡа сығыу билдәһе тип иҫәпләнгән. Шулай уҡ тәүге яҙғы кәкүк тауышын ишеткәс, ерҙә тәгәрәп, һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләү йолаһы булған. Киләсәкте белеү өсөн төрлөсә күрәҙәлек ҡылғандар: тауҙан шыуып төшкәндә ҡулға услам үлән эләкһә, йыл уңышлы килә, таш эләкһә — ҡоро һәм ас килә, тип юрағандар.

Байрам ваҡытында халыҡ уйындары, ярыштар ойошторолған, йырҙар, таҡмаҡтар башҡарылған һәм бейеүҙәр үткәрелгән. Айырыуса «Кәкүк бейеүе» киң билдәле булған; унда башҡарыусылар ҡоштоң хәрәкәттәрен һәм тауышын ҡабатлаған. Халыҡ йырҙарында кәкүк яҙмыш, һағыш, тормош юлы һәм тәбиғәт менән бәйләнеш символы булып сығыш яһаған.

Байрам аҙағында ҡатнашыусыларға бүләктәр таратылған, ә ризыҡтың бер өлөшө ағас төбөндә йәки төптә ҡалдырылған. Был ғәмәлдәр тәбиғәткә рәхмәт белдереүҙе, ерҙең уңдырышлылығын, кешеләрҙең һаулығын һәм йәмәғәт именлеген тәьмин итеү теләген сағылдырған.

Тикшеренеүселәр «Кәкүк сәйе»н башҡорт йола мәҙәниәтенең иң боронғо ҡатламдарының береһе тип ҡарай. Ул ҡоштарға табыныу, ата-бабалар йәндәре хаҡындағы ҡараштар, уңдырышлылыҡҡа тотемик ышаныуҙар элементтарын берләштергән[3].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Кәкүк сәйе (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2026.
  2. Исследования по исторической этнографии Башкирии: Сборник научных трудов / Р. Г. Кузеев, Л. И. Нагаева. — Уфа: БФАН СССР, 1984. — 145 с.
  3. Азалия Илимбетова. Образ кукушки в доисламских верованиях башкир. Ватандаш. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 май 2026.

Әҙәбиәт

  • Нагаева Л. И. Весенне-летние празднества и обряды башкир. //Исследования по исторической этнографии Башкирии: сб. науч. тр. Уфа, 1984.
  • Сулейманова М. Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.