Кәлимуллина Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы

Кәлимуллина Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы (Фәйзуллина; 8 июнь 1964 йыл) — уҡытыусы, шағирә. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2014)[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[2].

undefined

Биографияһы

Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Кәлимуллина 1964 йылдың 8 июнендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Иҫәкәй ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Иҫәкәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң, Маҡар ауылы урта мәктәбендә уҡый. Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында ала (1987)[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген дипломлы белгес Маҡар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Төрлө йылдарҙа Ишембай мәғариф бүлегендә туған телдәр уҡытыу белгесе, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында фәнни-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй[2][3].

Ижады

Башҡорт шиғриәтенә «Серҙәрем күп» тип исемләнгән китап менән килеп инә[4]. Хәҙер инде ул Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, биш китап авторы[3].

Ғаиләһе

Ике бала әсәһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
• Тамара Ғәниева исемендәге премия лауреаты.
• «Йөрәк һүҙе» конкурсы лауреаты (2019).
• «Илһам шишмәләре» конкурсы лауреаты[3].