Кәшән (Иран)

Кәшән (фарс. کاشان; рус. Кашан) — Ирандағы, Исфаһан останындағы ҡала. Шул уҡ исемдәге шәһрестандың үҙәге. Халҡы 201,4 мең кеше (1997). Тәһран — Бам линияһында тимер юл станцияһы.

Тасуирламаһы

Ҙур художество кәсептәре үҙәге, туризм үҫешкән. Университет һәм медицина институты бар. Көршәк етештереү буйынса эре үҙәк булып һаналған. Кәшәндә фарфор менән оҡшаш яңы материал — фритт массаһы эшләнә[3].

Тарихы

Күп һанлы архитектура ҡомартҡылары: Мейдан мәсете (1224 йылғы, 1463-тә үҙгәртеп ҡоролған), Зәйнетдин манараһы (1073), имамзадә Хәбиб ибн Муса мазары (1269), Ғәббәс I шаһ кәшәнәһе(1629), шулай уҡ XIX быуат аристократияһының бер нисә һарайы (хәҙер музейҙар).

Ҡала ситендә Сиалк археологик зонаһы урынлашҡан, унда (емереклектәр рәүешендә) боронғо зиккурат һәм бик күп артефакттар һаҡланған (айырым ҡатламдарҙы йәше — беҙҙең эраға тиклем 6000 йылға тиклем).

Яҡынса 1470 һәм 1474 йылдарҙа ҡалаға Афанасий Никитин килә, һәм үҙенең «Өс диңгеҙ аръяғына барыу» тигән юлъяҙмаларында телгә ала[4].

Кәшән климаты

Кәшән климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса температура, °C 3 6 13 19 24 30 34 31 27 20 12 6 18
Яуым-төшөм нормаһы, мм 18 17 20 16 7 1 0 0 1 4 13 18 116
Сығанаҡ: Weatherbase
Кәшән күренеше, XVII быуат тирәһе. Жан Шарден.

Туғанлашҡан ҡалалары

Иҫкәрмәләр

  1. https://www.amar.org.ir/english
  2. GeoNames (ингл.) — 2005.
  3. Вечный кобальт на хрупком фарфоре. Н. Павлухина. Антиквариат, предметы искусства и коллекционирования. № 3(65), 2009 г. С. 5
  4.  — Л., 1986. — С. 57.

Һылтанмалар

  • Кашан // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар