Көгөш
Көгөш (рус. Усолка) — йылға, Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ғафури районында Ағиҙелдең уң яҡ ҡушылдығы. Таҡаты, һыртының көнбайыш битләүенән башлана. Айыулы тауынан 1.5 км төньяҡҡа. Ғафури районы биләмәһендә көньяҡ-көсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан аға һәм Ағиҙел йылғаһына ҡоя (669 км уның тамағынан). Оҙонлоғо — 55 км, бассейн майҙаны — 380 км².
Күбеһенсә ҡар һыуы менән туҡлана. Йылға тамағындағы һыу ағымы — 3,1 м³/с.
Рельеф түбән таулы, биләмәлә ҡыуышлыҡтар, мәмерйәләр күп. Ландшафт өҫкө ағымда киң япраҡлы урмандарҙан тора, урман эседәге тупраҡ һоро, уйһыулыҡта ҡара ер. Түбәнге ағымда, бассейндең һөрөнтө ерҙәре яҡынса 35 %.
Ҡушылдыҡтары: уң яҡтағылары — Юрмаш, Ләмйән; һулда — Төлкәс һ. б. Усолка (Көгөш) бассейнында Красноусольский минераль сығанаҡтары бар.
- Исеме
Русса исеме Усолка, тәржемәһе «тоҙло йылға» тигәнде аңлата; урыҫ исеме лә, йылғаның шул уҡ сифатын сағылдыра. Урындағы халыҡ — башҡорттар был йылғаны Көгөш тип атап йөрөтә[1] [2]
Государственный водный реестр РФ: Усолка. Архивировано 23 января 2013 года.
Һыу реестры дәүмәлдәре
Мәғлүмәттәр буйынса Россия дәүләт һыу реестры ҡарай Кама бассейны өлкәһе, йылға — Ағиҙел, һыу хужалығы учаскаһы: Стәрлетамаҡ ҡалаһынан башлап Охлебинино һыу кимәлен үлсәү посына тиклем (Сим, йылғаһы инмәй) — Ағиҙел йылғаһы бассейн аҫты. Йылға бассейны — Кама[3].
Мәғлүмәттәр буйынса геомәғлүмәт һыу хужалығы системаһын бүлеү Рәсәй территорияһында Федераль һыу ресурстары агентлығы[3] тарафынан әҙерләнгән.
- Дәүләт һыу реестрында һыу объекты коды — 10010200712111100018593
- Гидрологик өйрәнелгән код (ГӨ) — 111101859
- Бассейн коды — 10.01.02.007
- ГӨ буйынса том һаны — 11
- ГӨ буйынса сығарыу — 1
Иҫкәрмәләр
- ↑ bashgazet.ru › Матур үтһен ялығыҙ
- ↑ tabin.ru/megarif/3719-baryy-la-eben-tora.html
- ↑ 1 2 Государственный водный реестр РФ: Усолка. Архивировано 23 ғинуар 2013 года.
Һылтанмалар
- Тоҙйылға // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.