Көлуба

Көлуба (ҡырым татарҙары теленән — «холм пепла») — Керчҡа яҡын ғына урынлашҡан скиф батша курганы (ҡәбер). 1830 йылда Керчь ҡалаһы башлығы И. А. Стемпковскийҙың ойоштороуы ярҙамында Поль Дюбрюкс ҡаҙған. Төп табыштар («скиф алтыны») Дәүләт Эрмитажы һәм Дәүләт тарих музейы араһында бүленгән.

Рәсәй документтарында Көлуба ауылы тәүге тапҡыр 1784 йылғы Тавриданың Камераль һүрәтләмәһендә телгә алына. Ләкин ауыл элек булған, тасуирлама уның шул ваҡытта булыуын ғына теркәгән. Ауылда атаҡлы скиф батша курганы табылған.

Көлуба хәҙерге заманда ҡаҙылған беренсе скиф батша курганы була. 1830 йылда скифтарға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп иткән ҙур ҡиммәтле артефакттар туплаған таш ҡәбер табылған. Әлеге ваҡытта «Эрмитаж»да урын алған Ники фигураһы төшөрөлгән мауыҡтырғыс бөртөклө һырғалар айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра[1].

Күрәһең, яҡынса б. э. т. 400 - 350 йылдарҙа Пантикапея грек ташсылары төркөмө тарафынан төҙөлә. Бинаның планы квадрат тип әйтерлек, ҙурлығы 4,6 х 4,2 метр. Бейеклеге 5,3 м тиклем баҫҡыслы һаҡлағыс. Түшәме ағас, моғайын, алтын тәңкәләр менән биҙәлгән түбәләп эшләнгән сәсәкле сымылдыҡлы (балдахин скиф палаткаһына оҡшатып яһалғандыр.

Батшаның кәүҙәһе көнсығыш стена буйындағы зиннәтле ағас түшәктә ята. Уның социаль хәле башын уратып алған алтын сулпылар менән осланған диадема менән билдәләнгән. Уның муйыны 461 грамм ауырлығындағы ҙур алтын диск менән биҙәлгән булған. Һәр ҡул суғы бер, ике йәки өс беләҙек менән биҙәлгән. Ложаның махсус бүлегенә барыһы ла алтын йәки аҫыл таштар менән йөҙләнгән (инкрустация) фиал (ике тотҡалы быяла һауыт), сыбыртҡы, бысаҡ һәм уҡ һауыты йәки ҡалъян һалынған.

Ложаның һул яғында кипарис ағасынан һәм фил һөйәгенән яһалған саркофаг тора. Уның эргәһендә, моғайын, батша ҡатынының йә йәриәһенең ҡәбере. Уның кәүҙәһенә парча күлдәк кенә түгел, эре алтын сулпылы диадема (ярым түңәрәк баш кейеме) кейҙерелгән, ике семәрле алҡа, алтын диск, алтын ташлы муйынсаҡ (кулон) һәм ике алтын беләҙек менән биҙәлгән. Уның ҡырында алтын ялатылған һаплы ҡул көҙгөһө лә урынлаштырылған. Уның аяҡтары араһына ҡуйылған гәрәбә (электрум) сеүәтә скиф мифологияһынан күренештәрҙе һүрәтләй.

Көньяҡ стена буйында ҡол (ылаусы булғандыр) һөлдәһе табылған. Стеналағы айырым уйымда (ниша) ат һөйәктәре, торҡа, бронза ҡын һәм ике һөңгө осо ҡуйылған. Ҡәберлек стенаһы буйлап бер нисә көмөш сынаяҡ һәм һарыҡ һөйәктәре һалынған бронза ҡаҙанлыҡтар урынлаштырылған. Амфора эсендә ҡоро шарап эҙҙәре табылған. Ҡайһы бер бронзанан яһалған уҡ башаҡтары иҙән буйлап һибелгән.

Ҡәберлеккә юлыҡҡан археологтар уның аҫтында йәшерен бүлмә тапмаған. Билдәһеҙ кешеләр тарафынан таланған бүлмәне һуңғараҡ табалар, әммә юғалған ҡиммәтле әйберҙәрҙең ҡайһы берҙәрен эҙләп табалар һәм тартып алалар. 1875 йылда Люценко Александр Ефимович үткәргән өҫтәмә археологик тикшеренеүҙәр һәйкәл тураһында ғалимдар туплаған материалды әһәмиәтле мәғлүмәт менән тулыландыра алманы.

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ アーカイブされたコピー. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2007. Архивировано из оригинала 27 май 2007 года.

Әҙәбиәт

  • С.  Полынь. Куль-Оба // Ҡалып:ЕІУ
  • Черников С. Загадки золотого кургана. Где и когда зародилось скифское искусство. — Москва, 1965.
  • Хазанов А. М. Золото скифов. — Москва, 1975
  • Журавлев Д.В., Новикова Е.Ю., Шемаханская М.С. Ювелирные изделия из кургана Куль-Оба в собрании Исторического музея. Историко-технологическое исследование. - М.: Исторический музей, 2014. - 352 с.
  • Брашинский И. Б. Куль-Оба // В поисках скифских сокровищ / Отв. ред. Б. Б. Пиотровский. — Л.: Наука, 1979. — С. 38—60. — (Страницы истории нашей Родины).

Тема буйынса өҫтәмә