Көҙйылға

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Көҙйылға
Административ-территориаль берәмек Белорет районы
Дәүләт


Көҙ-Йылға — элекке ауыл, Межгорье ҡалаһының бер өлөшө[1].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көҙйылға ҡасабаһы, Өфө ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышта 140 км алыҫлыҡта, Белорет юлының 40 километрында, Көньяҡ-Урал ҡурсаулығындағы Ямантау тауы итәгендә урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көҙйылға – махсус барлыҡҡа килгән ҡасаба – 1930 йылда шундай уҡ статус менән Нура (Сосновка), Ермотай (Туҡан янында), Урта Төлмәй, Капкалка (Инйәр зонаһына ҡарайҙар) ҡасабаларҙың береһе булып һанала. Ошо ҡасабаларҙың барлыҡҡа килеүе һәм урынлашыуы Белорет металлург комбинатының артабан үҫеүенә, иң мөһиме Туҡанда руда ятҡылыҡтарын киңәйтеү һәм Инйәр зонаһында ағас күмерен, яғыулыҡ материалдарын етештереүгә булышлыҡ итә . Башҡортостандың төрлө райондарынан махсус ебәрелгән, ул ваҡытта кулак булып һаналған халыҡ Көҙйылға аулына беренсе күсеп килеүсе булып һанала. Улар НЭП заманында яҡшы донъя көтөүселәр, икмәк үҫтереүселәр, аҙаҡ аяуһыҙ рәүештә тыуған ерҙәренән һөрөлгән, йәшәгән йорттарынан, хужалыҡ милектәренән, малдарынын – аттар менән һыйырҙарынан һәм башҡа ваҡ малдарынан яҙған кешеләр, шул уҡ ваҡытта граждан һәм политик хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән, үҙҙәренең тырышлыҡтарын һәм кешелек дәрәжәһен юғалтмаған халыҡ була. Ул заманда уларҙы классик дошман, социаль хәүефле элемент йә ябайса элемент тип кенә атайҙар. Һөрөлөп (ҡыуылып) килгән кешеләрҙең шул хәтлем ҡыйын шарттарҙа көн итеүҙәре, коменданттарҙың аяуһыҙ ҡыланыуҙары тураһында (иң ныҡ аяуыҙ Городецкий була) күп мәҡәләләр, китаптар яҙылған. Көн һайын иртән Көҙйылға урамдары буйлап шығырҙап ҙур арба үтә, мәйеттәрҙе йыйып йөрөйҙәр (көнөнә уларҙың һаны 30-40 кешегә етә). Ҡайһы ваҡыттарҙа бер төн эсендә тотош ғаилә һәләк була. (02.11.2004 йылғы «Урал» гәзитенән алынған) Үлгән кешеләрҙәң ерләнгән зыяраты эргәһендә (1930 – 1932 йылдарҙа уларҙың һаны 8000 кешегә етә) 2013 йылда мемориаль таҡта ташы асылған. Махсус ҡасаба тирә- яҡтан сәнскеле тимер сым менән уратып алынған, 50-се йылдарҙа ла уйнап йөрөгән балалар, шул тимер сымдарға эләгеп, аяҡтарын имгәтәләр. Күсеп килгән халыҡтың төп шөгөлө урман ҡырҡыу була. Элекке игенселәр, ашнаҡсылар, икмәк бешереүселәр ағас ҡырҡыусыларға әйләнеп китәләр һәм уларҙың төп эш ҡоралдары булып ағас ҡырҡа торған балта, арҡыры бысҡы, ауыр ҡалун балта, ағас туҡмаҡ һәм шына һанала – был уларҙың төп эш ҡоралына әйләнә. Эш ваҡытында физик көс кенә түгел, ә тырышлыҡ, таҫыллыҡ, сослоҡ та кәрәк була. Әҙер ағас продукцияһын аттарҙа Нәре, кесе Инйәр йылғалары ярҙарына сығаралар. Унан инде ташҡын ваҡытында ағасты һал менән Инйәр гаваненә ағыҙғандар. Ә эшлекле ағасты, утынды, ағас күмерен (Инйәрҙә, Биләғошта, Рәүәттә күп күмер эшкәртеү мейестәр була) БМК-аға ебәрәләр. Көҙйылға леспромхозына Ҡайлыш, Машаҡ, Капкалка урман бүлексәләре ҡарай. Тәүҙә Ҡайлыш урманында репрессияға эләккән кешеләр эшләй. Ямантауҙың һул яҡ биләмәһе ҡасабаһынан 5-6 саҡырым алыҫлығында була. Һуғыштан һуң Ҡайлышҡа үҙ иленә күсеп ҡайтыусылар һәм ауыр енәйәттәре өсөн ултырып сыҡҡан кешеләрҙе ебәрәләр. Унда десятник булып Якупов Ҡөтләхмәт эшләгән. 1956 йылда урман бүлексәһен ябалар, халык Көҙйылғаға йәшәргә күсә. Леспромхоздың директоры булып Коновалов, Кирпичев, Лисовский эшләйҙәр. Ул ваҡыттарҙа Көҙйылғала артель дә була, ундағы халыҡ картуф, йәшелсә, һоло үҫтерәләр, саналар, дуғалар эшләйҙәр,йүкәнән бауҙар, йүгәндәр, сабаталар үрәләр. Сабата төп эш аяҡ кейемебула ул заманда. Көн һайын тимер сетка үрәләр, шунан уларҙы төрлө ойошмаларға һәм урындағы халыҡҡа һаталар. Беренсе күсеп килгән, унарлаған милләттән һәм төрлө диндән булған кешеләрҙе еңел булмаған тормош берләштерә, туплай, интернационал ойошмаға әйләндерә. Уларҙың Тыуған илгә, халыҡҡа нәфрәте лә,яуызлығы ла булмай. Ваҡыт үтә, тормош яйға һалына. Халыҡ барактар, контора, балалар баҡсаһы, мәктәп, клуб (яңы клуб 1952 йылда һалынған), дауахана,ат аҙбары төҙөйҙәр. 1931 йылда мәктәп төҙөлә (беренсе мөдирҙәре Чиряев, Тверсков, Кириллов булалар). 1941 йылда һуғышҡа китер алдынан Кириллов мәктәп эргәһенә өс тирәк үҫентеләрен ултыртҡан, хәҙер шул ағастар янында 2009 йылда сквер яһайҙар һәм политик репрессия ҡорбандарына иҫтәлек мемориалы асалар (был Башҡортостанда беренсе ҡаласыҡ була). Һуғыштан һуң мәктәп директорҙары булып Котельников, Руденко, Володин, Ю,В. Кириллов – В.Т. Кирилловтың улы, Ф.Ф. Рахматуллин, Нафиҡов, Р.И.Ғәлиуллина эшләйҙәр (Хәҙерге ваҡытта Р.И.Ғәлиуллина Межгорье ҡалаһының 3-се һанлы мәктәбендә эшләй, ул ҡаланың почётлы гражданины). Һуғыш башланғанда, элекке репрессияға эләккән кешеләр һәм уларҙың улдары (91 кешенән 30 һуғыштан ҡайтҡандар), граждан һәм сәйәси хоҡуғын алыусылар, Тыуған илде һаҡларға һуғышҡа китәләр һәм еңеү өсөн тос өлөш индерҙеләр. Шатлыҡлы еңеү көнөн бөтәһе лә күрә алмай. Һуғыштан әйләнеп ҡайтыусыларҙың исемдәре “Улар еңеү менән ҡайттылар», ә яуҙа һәләкбулғандарҙың исемдәре “Хәтер» китаптарына индерелде. Еңеүгә махсус ҡасабаның халҡы ҙа ҙур өлөшөн индерҙе. Бөйөк Ватан Һуғышы ваҡытында данлыҡлы хеҙмәттәре өсөн Көҙйылға леспромхозынан 171 кеше бүләккә лайыҡ булған. 1950 йылдарҙан һуң күп һөрөлгән кешеләр граждан хоҡуҡтарына әйә булғас, паспорт алғас, үҙҙәренең тыуған яҡтарына ҡайтып китәләр. Көҙйылға Татлы ауыл советына индерелә. Көҙйылға урынына Белорецк – 16, йәғни Солнечный ҡасабаһы, 1995 йылдан Межгорье ҡалаһы ЯАББ ҡала округы төҙөлә.

Халыҡ иҫәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1959 йыл — 759 кеше; 1989 йыл — 332 кеше.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сәлихов Әмир Йосоп улы Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған һәм 1982 йылдан бирле офтальмолог булып эшләй. Медицина буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, юғары табип категорияһын раҫлай. Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә клиникала — Веерная урамында, 24а-се йортта «клиникалар Прайм» эшләй.
  • Ғәлиев Урал Мостафа улы — 1953 йылда Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Ҡөҙйылға ҡасабаһында тыуған. Һөнәре буйынса табип. Башҡортостан медицина институтын тамамлаған, шифахана директоры — БМК профилакторийы директоры, «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы» исеменә лайыҡ булған.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Йәшәрбеҙ» китабы авторы радиоспектакль ҡуйған. Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты. 2 том «Мин Көҙйылғаға ҡайтам».

  • Халиҡов Марат Ишбулды улы, 1956 йылдың 25 ноябрендә Көҙйылға ҡасабаһында тыуған, Өфөлә йәшәй. Башҡорт дәүләт университетында белем алған, һөнәре — «тарих», квалификация — «тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы», Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль идара итеү кафедраһы доценты.
  • Яҡупов Ҡотой Яҡуп улы Ассы ауылында тыуған, Көҙйылғала йәшәгән һәм эшләгән. Хеҙмәт итеү урыны: 148-се гвардия артиллерия миномёт 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының полкы, байраҡсы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
  • Сәхийәров Зиннәт Сәхиәр улы 1902 тыуған, Берҙоғол аулында тыуған. Ғаиләһе менән Көҙйылғала йәшәгән. Хеҙмәт итеү урыны: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы. Ҡыҙылармеец. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бик күп наградалары бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Межгорье

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Газеты

  • Межгорье №5 за 19 марта 2021 «Наши земляки – герои»
  • Урал от 02.11.2004
  • Межгорье №14 (517) за 8 апреля 2005 «Сильна память в человеке – не забыть нам и во веки…
  • Межгорье 19.11.2004 «Московская сага»…
  • Межгорье 25.10.2013 №43 «О городских топонимах и новом памятнике»
  • Наше время №49 за 1 ноября 2013 “Место памяти и скорби”
  • Белорецкий рабочий от 14 января 2020 “Мы будем знать и помнить о них”
  • Белорецкий рабочий от 21 января 2020 “Мы будем знать и помнить о них
  • Белорецкий рабочий от 4 февраля 2020 “Мы будем знать и помнить о них”
  • Белорецкий рабочий от 14 февраля 2020 “Мы будем знать и помнить о них”
  • Белорецкий рабочий от 25 февраля 2020 “Мы будем знать и помнить о них”
  • Белорецкий рабочий от 27 марта 2020 “Мы будем знать и помнить о них”
  • Белорецкий рабочий от 15 мая 2020 “Мы будем знать и помнить о них”
  • Металлург от 26 10. 2019 “За чёрной пропастью колючей”
  • Металлург от 16.05.2020 стр. 7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көҙйылға // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

https://pamyat-naroda.su/awards/33645102 https://1418museum.ru/heroes/18010368/(недоступная ссылка) [http://salikhov.me/salixov-amir/ //salikhov.me/salixov-amir//