Лаппеэнранта

Лаппеэнранта[1] (фин. Lappeenranta), йәки Вильманстранд (швед. Villmanstrand) — Финляндиялағы ҡала һәм муниципалитет. Көнсығыш Финляндия губернаһында (фин. lääni) урынлашҡан, Көньяҡ Карелия провинцияһының иҡтисади, сәйәси (административ) һәм мәҙәни үҙәге. Карелия тигән тарихи өлкәнең хәҙерге Финляндиялағы яғында, Сайма күле көньяҡ ярында, Рәсәй һәм Финляндияның дәүләт сиге янында урынлашҡан. Муниципалитетта 72 000 кеше йәшәй. Ҡала халыҡ һаны буйынса Финляндияла 13-сө урында тора.

Исем

Фин һәм швед телендә (илдең ике дәүләт телендә) ҡаланың исемдәре айырыла. Фин исеме ике тамырҙан тора: lappee (сик, аръяҡ, ситтәрәк урынлашҡан ер) һәм ranta (яр). Швед исеме шулай уҡ ике тамырлы: vildman (ҡырағай), strand (яр).[2]. Ҡалала швед теле киң ҡулланылмауына ҡарамаҫтан, уның гербындағы һүрәт (ҡырағай кеше) тап швед исеме менән бәйле.

undefined

Климат

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 7,0 7,5 14,8 24,0 29,2 32,0 34,6 33,6 26,6 17,3 9,5 9,0 34,6
Уртаса максимум, °C −4,8 −4,7 0,5 7,6 15,2 19,3 22,3 19,8 13,7 7,2 0,8 −2,8 7,8
Уртаса температура, °C −7,5 −7,8 −3 3,2 10,1 14,6 17,6 15,4 10,0 4,5 −1,2 −5,3 4,2
Уртаса минимум, °C −10,4 −11 −6,5 −0,9 4,9 9,9 13,0 11,5 6,7 2,0 −3,4 −8 0,7
Абсолют минимум, °C −36,8 −31,6 −23,6 −15,9 −6,2 −1,2 5,0 1,7 −5 −12,1 −21 −28,6 −36,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 51 38 41 28 38 59 70 76 62 67 64 59 653
Сығанаҡ: Финляндия метеорология институты

Эске бүленеше

Муниципалитет 46 районға бүленә, составына шулай уҡ 11 ауыл биләмәһе инә.

Муниципалитет ҡарамағындағы ауылдар

Транспорт

undefined
undefined

Ҡала Санкт-Петербургтан 220 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Мәғариф

1961 йылдан ҡалала технология университеты эшләп килә.

Ҡәрҙәш ҡалалар

Иҫкәрмәләр

  1. Лаппеэнранта яҙылышы ошо китапта ҡулланыла: «Финляндия, общегеографическая карта». М.: ФСГиКР, 1994. (© Роскартография). Киң мәғлүмәт сараларында Лаппеенранта тигән яҙыу ҙа осрай.
  2. My town Lappeenranta 2011 йылдың 19 ноябрь көнөндә архивланған.