Ленин районы (Дондағы Ростов)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ленин районы
Герб
Герб
[[Дондағы Ростов]]
Барлыҡҡа килгән: 1920
Майҙаны: 13,0 км²
Халыҡ һанын иҫәпләү: 2016
Халыҡ һаны: 81 916[1] кеше
Телефон кодтары: 863
Rostov-on-Don city (Russia) Leninsky district.png
Рәсми сайт

Ленин районы — Дондағы Ростов ҡалаһының эре сәнәғәт, сауҙа-эшҡыуарлыҡ, мәҙәни һәм ғилми-мәғариф районы, 80 меңгә яҡын кеше йәшәй. 1920 йылда Темерник исеме менән барлыҡҡа килгән, В. И. Ленин вафат булғандан һуң исеме Ленин районы тип үҙгәртелгән. 1937 йылда Ленин районы территорияһының Темерник йылғаһы аръяғында ятҡан бер өлөшө Тимер юл районына[2] бүлеп бирелә.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
1959[3]1970[4]1979[5]2002[6]2009[7]2010[8]2012[9]
112 081103 83790 63481 82777 49578 44679 406
2013[10]2014[11]2015[12]2016[1]
80 24080 88781 48981 916

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Предприятиеларҙың, ойошмаларҙың, учреждениеларҙың дөйөм һаны — 5605, шул иҫәптән дәүләткә ҡарамағандары — 5450. Райондың сәнәғәт потенциалы нигеҙен 22 эре һәм урта предприятие тәшкил итә. Улар «Ростов иген продукттары комбинаты», «Дон тиреһе», «Дон кирбесе», «Агат» заводы, «Ростовбумага», «Ростовэнерго» һәм башҡалар.

Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ленин районы Дондағы Ростов ҡалаһында мәғариф буйынса айырым урын биләй: районда 5 юғары уҡыу йорто — Ростов дәүләт архитектура институты, С. Рахманинов исемендәге Ростов дәүләт консерваторияһы, Төньяҡ-Кавказ дәүләт хеҙмәте академияһы, Рәсәй таможня академияһының Ростов филиалы һәм 5 колледж — төҙөлөш, финанс-иҡтисади, элемтә һәм информатика, радио приборҙарын төҙөү, автодорожный, кино һәм телевидение техникумы, тимер юл транспорты техникумы. Мәктәпкәсә учреждениеларға һәм мәктәпкә ҙур иғтибар бүленә, мәҫәлән, 2005 йылда 70-се мәктәп базаһында спорт комплексы файҙаланыуға тапшырылған. Был Дондағы Ростовта тәүге мәктәп стадионы, ул европа стандарттарына тап килгән проект буйынса башҡарылған.

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ленин районы ҙур мәҙәни үҙәк булып тора, бында төп мәҙәниәт учреждениелары тупланған: спорт һарайы, йәштәр ижады Һарайы, төҙөүселәр мәҙәниәт һарайы, «Энергетик» һәм Ким Назаретов исемендәге мәғариф-мәҙәни музыкаль үҙәк. Бөтә йәштәге һәм бөтә быуын кешеләре М. Горький һәм 8 Март исемендәге ял һәм мәҙәниәт парктарында ҙур ҡәнәғәтлек менән ял итәләр.

Район территорияһында 268 архитектура, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы урынлашҡан.

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Оло баҡса урамы
  • Яр буйы урамы
  • Бондаренко урамы
  • Туғандар тыҡрығы
  • Буденный проспекты
  • Гәзит тыҡрығы
  • Гайдар урамы
  • Доломановский тыҡрығы
  • Зявкин урамы
  • Катаев урамы
  • Красноармейская урамы
  • Максим Горький урамы
  • Марков урамы
  • Мечников урамы
  • Мәскәү урамы
  • Подтёлков урамы
  • Почта урамы (Станиславский урамы)
  • Пушкин урамы
  • Семашко проспекы
  • Серафимович урамы
  • Musikalische wochenblatt проспекты
  • Согласие урамы
  • Тоҙ ипкене
  • Станиславский урамы
  • Темерник урамы
  • Филимон урамы
  • Халтурин тыҡрығы
  • Черепахин урамы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  2. История района 2013 йылдың 3 декабрь көнөндә архивланған.
  3. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  4. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  5. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  6. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  7. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  8. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  11. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]