Ложбан
Ложба́н (ложб. Lojban, [ˈloʒban] тип әйтелә) − яһалма тел, априор телдәрҙән ин күренеклеһе. Тел системаһы формаль логикаһында нигеҙләнә.
Ложбан логлан — тағы бер яһалма тел нигеҙендә Logical Language Group (LLG, ложб. la lojbangirz) тарафынан булдырылған. Булдырыу сәбәбе: логлан тулы булмаған һәм авторлыҡ хоҡуғы тарафынан яҡланған. Ложбан ҡағиҙәләре авторлыҡ хоҡуғы тарафынан яҡланмаған.
Орфография һәм фонетика
Ложбан әлифбаһында 26 хәреф: 23 стандарт латин хәреф (h, q, w хәрефтәренән башҡа), апостроф, нөктә һәм өтөр.
Әйтеләше
- Апостроф [h] тип әйтелә
- Нөктә [ʔ] тип әйтелә йәки әйтелмәй
- c хәрефе әйтеләше башҡортса ш-ға яҡын
- i хәрефе [i] йәки [j] тип әйтелә
- u хәрефе [u] йәки [w] тип әйтелә
- x хәрефе әйтеләше башҡортса х-ға яҡын.
- y хәрефе шва өнөн билдәләй ([ə])
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.