Магура мәмерйәһе
Магура — Болгарияның Видин өлкәһендәге мәмерйә. Видин ҡалаһы янындағы Рабиша ауылы эргәһендә урынлашҡан.
Тарихы
Мәмерйә Рим империяһы һәм урта быуаттар осоронда уҡ билдәле булған һәм өйрәнелгән.
Спелеологик тасуирлама
Дөйөм оҙонлоғо 3 км. Мәмерйә оҙон һәм тәрән коридорҙарҙан тора, уны тулыһынса үтер өсөн уртаса 5 сәғәт кәрәк була. Магура мәмерйәһе үҙенең сталактиттары, сталагмиттары һәм сталактонлары менән билдәле. Иң ҙур сталактондың бейеклеге 20 метр, ә нигеҙенең диаметры 4 метр тәшкил итә. Иң ҙур сталагмиттың оҙонлоғо 11 метр, ә нигеҙенең диаметры 6 метр тәшкил итә.
Йыл әйләнәһенә мәмерйәлә +12 °C температураһы һаҡлана.
Таштағы һынлы сәнғәт
Мәмерйә шулай уҡташтағы һынлы сәнғәттең 700 өлгөһө менән билдәле. Уларҙа ҡатын-ҡыҙ һындары, һунарсылар, хайуандар, үҫемлектәр, ҡояш һәм йондоҙҙар һүрәтләнгән. Болгар тикшеренеүселәре буйынса бында Европалағы иң боронғо неолит осорондағы ҡояш календары төшөрөлгән, ул 366 көндән торған[1]. Ғалимдар фекеренсә, кешеләр бында һуңғы палеолит осоронда (б.э.т. 100 000 — 40 000 йылдар) йәшәгән.
Хәҙерге ваҡыт
Иҫкәрмәләр
- ↑ Магура сохранить старый солнечному календарю в Европе(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- www.rus-edu.bg 2007 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.
- [1] 2007 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған.
Был — сәнғәт буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.