Мазунин мәҙәниәте
Мазунин мәҙәниәте — Ҡама йылғаһының урта ағымындағы, Ағиҙел йылғаһының түбәнге һәм урта ағымындағы III—V быуаттар археологик мәҙәниәте. Мазунин ҡәберлеге исеменән алынған. Көньяҡ Удмуртиялағы ҡәберлектәрҙе ҡаҙыу нигеҙендә 1950 йылдарҙа В. Ф. Генинг тарафынан билдәләнгән.
Мазунин мәҙәниәте урындағы пьяноборский археологик мәҙәниәтенең дауам итеүсеһе.
Мазунин мәҙәниәте һәйкәлдәренең ике - ҡама һәм ағиҙел - төркөмө билдәләнә. VI—VII быуаттарҙа ағиҙел варианты нигеҙендә бахмутин мәҙәниәте барлыҡҡа килгән.
Тикшеренеүселәр мазунин мәҙәниәте халҡының фин-уғыр сығышлы булыуын билдәләй.
Сығанаҡ
- Мазунин мәҙәниәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
- Генинг В. Ф. Мазунинская культура в Среднем Прикамье // ВАУ, 1967. Вып. 7.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.