Мамығүлән

Мамығүлән (лат. Puccinéllia, рус. Бескильниц)— ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек төрө[3].

Ботаник яҙма

Һабағы төҙ, нескә, бейеклеге 30—60 см. Япрағы төрөлгән нескә йәки яҫы тупаҡланған. Аҫҡы сәскә тәңкәләре ярылы, тупаҡ йәки киртләсле. Ваҡ 2—8 сәскәле башаҡтар һепертке сәскәлектәренә йыйылған. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июнь—августа өлгөрә.

Pooideae spp Sturm39.jpg
Puccinellia distans blatt.jpeg

Таралышы

Яҡынса 120 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: Гаупт мамығүләне, гигант мамығүлән, оҙон тәңкә мамығүлән, аралы мамығүлән һәм нескә мамығүлән. Күп йыллыҡ үлән, ярайһы уҡ тығыҙ булған кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә.Галофиттар. Татырлы болондарҙа, тоҙло тупраҡта үҫә; Гаупт мамығүләне — юл буйҙарында, торама пункттарҙа үҫкән һирәк осраусы ситтән килтерелгән үҫемлек. Мамығүлән Башҡортостандың Урал аръяғында, Башҡортостандың Урал алдының(Бүздәк, Дәүләкән, Миәкә райондары) дала зонаһында үҫә. Мал аҙығы үҫемлектәре, рудераль үҫемлектәр.

Иҫкәрмәләр

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. NCU-3e. Names in current use for extant plant genera. Electronic version 1.0. Entry for Puccinellia Parl. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2012)
  3. Ҡалып:Книга:Флора ДВ

Әҙәбиәт

  • Кречетович В. И. Род 177. Бескильница — Atropis Rupr. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редакторы тома Р. Ю. Рожевиц и Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1934. — Т. II. — С. 460—494. — 778 + XXXIII с. — 5175 экз.
  • Цвелёв Н. Н. Род 98. Бескильница — Puccinellia Parl. // Злаки СССР / Отв. ред. Ан. А. Фёдоров. — Л.: Наука, 1976. — С. 493—512. — 788 с. — 2900 экз.

Һылтанмалар

  • Бескильница: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт.  (Тикшерелеү көнө: 12 август 2012)