Манапов Илдар Илдус улы
Манапов Илдар Илдус улы (рус. Маняпов Ильдар Ильдусович; 1983 йылдың 19 майы, Прага) — Рәсәй балет артисы, премьер-солист, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014), Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2016)[1].
Биографияһы
И. И. Манапов 1983 йылдың 19 майында Прага ҡалаһында (Чехословакия, хәҙер — Чехия) тыуған[1].
2001 йылда Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһын (педагогы — Башҡортостандың халыҡ артисы Ю. Г. Ушанов) тамамлай һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй башлаған[2].
Өфөлә уҙған Р. Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә ҡатнашҡан, унда Н. Сологуб (Дрезден театры), М. Думченко (Мария театры), К. Кретова («Кремль балеты»), Ю. Мияке («Тойота-Сити Балет») һәм башҡалар менән бергә сәхнәгә сыҡҡан.[2].
2006 йылда Л. Исмәғилеваның «Арҡайым» балетында (Ярославль ҡалаһында VII халыҡ-ара Волков фестивалендә күрһәтелгән) ҡатнаша; спектакль Рәсәй Хөкүмәтенең Ф. Волков исемендәге премияһы лауреаты була[2].
2008 йылда Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында Францияла ЮНЕСКО штаб-фатирындағы оҫталар гала-концертында сығыш яһай. 2010 йылда «Рәсәй — Франция йылы»на арналған гала-концерттарҙа (Париж һәм Францияның башҡа ҡалалары) ҡатнаша[2].
2022 йылдың сентябренән — Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы директоры[3].
Премьер спектаклдәрҙең төп партияларында, премьераларҙа, концерт программаларында һәм юбилей кисәләрендә сығыш яһай.
Ғаиләһе
Ҡатыны — балерина Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы, ҡыҙы бар.
Репертуары
Джеймс («Сильфида», Х. Левенсхольд), Альберт, Курляндия герцогы («Жизель», А. Адан), Базиль, Эспада («Дон Кихот», Л. Минкус), Солор, Раджа («Баядерка», Л. Минкус), Люсьен («Пахита», Л. Минкус), Франц, Граф, Франт («Зәңгәр Дунай», И. Штраус), Шағир йәш («Шопениана»), Зигфрид, Принц дуҫтары, Па-де-труа («Аҡҡош күле», П. Чайковский), Дезире, Король («Йоҡоға талған һылыу», П. Чайковский), Щелкунчик-принц, Француз ҡурсағы, Һинд ҡурсағы («Щелкунчик», П. Чайковский), Жан де Бриен («Раймонда», А. Глазунов), Вацлав, Гирей («Бахчисарай фонтаны», Б. Асафьев), Ромео, Парис, Джульетта атаһы («Ромео һәм Джульетта», С. Прокофьев), Принц, Ваҡыт, бейеү уҡытыусыһы, Рус бейеүе, Испан бейеүе («Золушка», С. Прокофьев), Тореро («Кармен-сюита», Ж. Бизе — Р. Щедрин), Бахрам («Ете һылыу», К. Караев), Спартак, Красс («Спартак», А. Хачатурян), Вәзир («Мөхәббәт тураһында легенда», А. Меликов), Йомағол («Сыңрау торна», Л. Степанов, З. Исмагилов), Самбулат («Аркаим», Л. Исмагилова), Индеец Джо («Том Сойер», П. Овсянников)[2][1].
Концерт номерҙары
- «Классик Па-де-де» (Д. Обер муз.)
- «Осрашыу» (П. Даллио муз., Д. Проценко хореографияһы)
- «Диңгеҙҙән» (Э. Морриконе муз., Р. Ә. Абушахманов хореографияһы)
- «Әҙәм һәм Һауа» (А. Петров муз., Я. Лившиц хореографияһы)
- «Октет» (Э. У. Элгар муз., Р. Ә. Абушахманов хореографияһы)
Гастролдәр
Театр труппаһы составында Италияға (2003, 2010, 2014), Мысырға (2003, 2005), Португалияға (2005, 2007), Таиландҡа (2006, 2008), Бразилияға (2007), АҠШ һәм Канадаға (2013), Францияға (2016) гастролдәргә сыға[2].
Шәхси ангажемент
Греция (2008), Германия (2009), Испания (2010), Франция (2010).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 МАНЯПОВ Ильдар Ильдусович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Ильдар Маняпов. Башкирский государственный театр оперы и балета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Башкирский хореографический колледж им. Р. Нуреева возглавил Ильдар Маняпов. Башинформ (21 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
Һылтанмалар
- Мfyfgjd Илдар Илдус улы — Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда
- Ильдар Маняпов — Башкирский государственный театр оперы и балета
- После спектакля нет сил ни огорчаться, ни смеяться — газета «Республика Башкортостан», 13.01.2005 (автор — Нина Жиленко)
- Башкирский хореографический колледж им. Р. Нуреева возглавил Ильдар Маняпов — Башинформ, 21.09.2022