Маражо

Маражо́ (порт. Marajó) — Бразилияның иң ҙур утрауы. Донъяла майҙаны буйынса 34-се урында. Ҡайһы саҡта уны иң ҙур йылға утрауы тип атайҙар[1]. Әммә был дөрөҫкә тап килмәй — Маражоның ярҙары өлөшләтә Атлантик океан һыуҙары менән йыуыла. Маражо административ рәүештә Пара штатына ҡарай.

География

undefined

Утрау Амазонканың аллювиаль ташылдыҡтары менән барлыҡҡа килгә. Маражола һаҙлыҡтар бик күп һәм ул ҡуйы сельва менән ҡапланған. Утрау экваторҙа тиерлек урынлашҡан.

Тарих

Колумбҡа тиклемге заманда утрауҙа Маражоара мәҙәниәте формалашҡан.[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Кравчук П. А. Рекорды природы. — Л.: Эрудит, 1993. — 216 с. — 60 000 экз. — ISBN 5-7707-2044-1.
  2. Сайт археологических исследований острова.  (инг.)

Категориялар