Мато Ловрак
Биографияһы
Загребта педагогия институтын тамамлай. 35 йыл Хорватияның төньяҡ-көнбайышындағы ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа балалар уҡыта. Шуға ла китаптарының төп геройҙарының йәштәр һәм балалар булыуы ғәжәпләндермәй.
Хорват әҙәбиәтендә реалистик стиль һәм өлкәндәр өсөн романдар яҙыу киң таралған, һуғыш араһы осоронда яҙа башлай.
Мато Ловрак — балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реалистик хикәйәләр, романдар һәм повестар авторы. «Ҡарҙағы поезд» һәм «Ер аҫтындағы һәм болоттар аҫтындағы отряд» китаптары уҡыусыға яҡшы таныш. Яҙыусының китаптары балаларға, тыуған төбәгенең тәбиғәтенә һөйөү һәм социаль ғәҙеллеккә ынтылыш менән һуғарылған.
Мато Ловрактың ижады хорват балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһай.
Автор китаптары бик күп телдәргә, шул иҫәптән урыҫ, немец, венгр, поляк, эсперанто, чех һәм словен телдәренә тәржемә ителгән.
Һайланма әҫәрҙәре
- Slatki potok i druge priče za djecu (Božićni dar) (1930),
- Djeca Velikog sela (1933),
- Družba Pere Kvržice (1933),
- Prijatelji (1946),
- Divlji dječak (1952),
- Prozor do vrta (1955)
- Anka Brazilijanka (1956),
- Naši dječaci (1956)
- Micek, Mucek i Dedek,
- Devetorica Hrabrih,
- Tri dana života,
- Dijamant u trbuhu,
- Dječak konzul,
- Slamnati krovovi,
- Andrija Jug,
- Doka Bedaković ili 100.000 na cesti,
- Sretna Zemlja и др.
Һылтанмалар
- Биография писателя 2014 йылдың 19 сентябрь көнөндә архивланған. (хорв.)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
- ↑ 1 2 3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 1 2 3 Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #119425092 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Mato Lovrak // Hrvatski biografski leksikon (хорв.) — 1983.
- ↑ Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.