Маяковский майҙаны (Таганрог)
Маяковский майҙаны — Таганрог ҡалаһының майҙаны. Уның күп өлөшө Көньяҡ федераль университеты Инженер-технология институтының корпустары, скверҙары һәм спорт майҙансыҡтары менән биләнгән.
Географияһы
Маяковский майҙаны Энгельс урамы (Радиоинституттың "Г"корпусы), Некрасов тыҡрығы, Шевченко урамы һәм Добролюбов тыҡрығы менән сикләнгән.
Тарих
Был майҙан 1780—1790 йылдарҙа булдырылған[1]. Ҡәлғә валы артындағы Көньяҡ ҡапҡа аша сыҡҡан юлға терәлеп торған территорияны биләй.
Һәйкәл
- Анатолий Ломакин бюсы. Скульптор Н. А. Селиванов.
Сығанағы
- ↑ Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — С. 39.