Медведева Светлана Владимировна
Медведев Светлана Владимировна (15 март 1965 йыл) — Рәсәй Федерацияһының 3-сө президенты (2008—2012), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе (2012—2020), Рәсәй Федерацияһы Именлек Советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведевтың ҡатыны.
2008 йылдан 2012 йылға тиклем Рәсәйҙә беренсе леди.
Биографияһы
Светлана Владимировна 1965 йылдың 15 мартында Кронштат ҡалаһында хәрби моряк Владимир Алексеевич Линник һәм экономист Лариса Ивановна Линник[1] ғаиләһендә тыуған. Бала сағы Коваши ауылында, Ломоносов, Кронштат[2] ҡалаларында үтә, һуңынан Ленинградҡа күсәләр[1][3].
Буласаҡ ире Дмитрий Анатольевич Медведев менән 1972 йылда 1-се синыфта уҡығында таныша[3]. Светлана 1-се «В», ә Дмитрий — в 1-се «Б» синыфында уҡый, 7-се синыфта (14 йәштә) осраша башлайҙар. Купчино (Ленинград) ҡалаһының 205-се мәктәбендә уҡыйҙар. Спектаклдәрҙә, КВН-да һәм башҡа үҙешмәкәрлектә ҡатнашалар.[4]
Ленинград финанс-иҡтисад институтының (хәҙерге Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университеты) статистика, бухучет һәм иҡтисади анализ факультетында уҡый. Беренсе курстан киске бүлеккә күсә һәм Мәскәүҙә эшләй башлай, Санкт-Петербургта ижтимиғи саралар ойоштороуҙа ҡатнаша.
2007 йылдың апреленән «Рәсәйҙең үҫеп килеүсе йәш быуындың рухи-әхләҡи мәҙәниәте» попечителдәр советын етәкләй[5].
2008 йылдан декабренән социаль-мәҙәни башланғыстар фонды Президенты.
Ғаиләһе
1993 йылдың 24 декабрендә Дмитрий Медведевҡа кейәүгә сыға[6].
- Улы Илья 1995 йылдың 3 августында тыуа[6].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Патриарх Алексий II фатихаһы менән ойошторолған «Рәсәйҙең үҫеп килеүсе йәш быуындың рихи-әхләки мәҙәниәте» комплекслы программаһының попечителдәр советы етәксеһе. Шулай уҡ мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә: Санкт-Петербургтағы дүрт йәштән 25 йәшкә тиклем 36 бала йәшәгән 1-се интернат-йортто ҡурсалай.
2008 йылда Дивеев монастырына ғибәҙәт ҡыла.
Уның инициативаһы һәм социаль-мәҙәни инициативалар фонды булышлығы менән бер нисә социаль, мәҙәни һәм белем биреү проекты эшләй башлай. Уларҙың башланғысына ярашлы 2008 йылдан Бөтә Рәсәй «Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ» байрамы үткәрелә. Баланың ғүмергә хоҡуғын һаҡлауҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күреүҙе нигеҙ итеп алған «Миңә ғүмер бүләк ит» акцияһы нәҡ ошо алда әйтелгән «Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө» менән турынан-туры бәйле. Фонд булдырған һәм уңышлы эшләп килгән «Аҡ роза» социаль программаһы буйынса Санкт-Петербург, Владивосток, Кемерово, Архангельскиҙа ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген диагностикалау үҙәктәре асылды. Уларҙың төп бурысы — репродуктив органдарҙа һәм һөт биҙендә онкологик ауырыуҙарҙы иҫкәртеү.
ФБК тикшереүе
Коррупция менән көрәш фонды мәғлүмәте буйынса, Медведева $50 млн-лыҡ Bombardier Global Express 5000 шәхси самолеты менән файҙаланған. ФБК тикшереүенә ярашлы, Медведева һәм уның ире Дмитрий Медведев үҙ декларацияларында белдергән килем самолет арендаһын ҡаплай алмай[7][8]. 2019 йылдың 6 декабрендә Дмитрий Медведевтың матбуғат секретары Олег Осипов, «Дмитрий Медведев һәм уның ҡатынының милке декларацияла күрһәтелгән. Әгәр ҙә хөкүмәт ағзаларының ғаиләһе ниндәй ҙә булһа транспорт менән файҙалана икән, был сығымдарҙы улар үҙ аҡсаһына ҡаплай», тип белдерҙе[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 «Маяк». Домик в деревне
- ↑ Светлана Медведева посетила роддом, в котором родилась
- ↑ 1 2 Борис Либкинд — Проза, Поэзия, Автобиографические заметки, фотоработы и прочее
- ↑ Парень из нашего Купчино…
- ↑ Женщина в церкви: Светлану Медведеву наградили
- ↑ 1 2 Биография С. Медведевой на личном сайте мужа 1 сентября 2009
- ↑ Deutsche Welle (www.dw.com). Навальный нашел у жены Медведева самолет за 50 млн долларов | DW | 04.12.2019. dw.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2019.
- ↑ ФБК: Светлана Медведева летала на бизнес-джете за $50 млн. Ведомости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2019.
- ↑ «Было очевидно, что надо поговорить со всеми». Lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2019.