Милош Форман
Ми́лош Фо́рман (18 февраль 1932 йыл — 13 апрель 2018 йыл; чех Miloš Forman; ысын исеме: Ян Томаш Форман, чех Jan Tomáš Forman) — Чехия һәм Америка кинорежиссёры һәм сценарисы.
Ике тапҡыр «Оскар» премияһы лауреаты, шул иҫәптән иң яҡшы режиссёр номинацияһында. Билдәле картиналар ҡуйыусы: «Кәкүк ояһы өҫтөнән осҡанда», «Амадей», «Вальмон» һәм башҡалар.
Биография
Чехословакияның Часлав ҡалаһында тыуған. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында тыйылған әҙәбиәт таратҡан өсөн, милләтселәр Формандың атаһын ҡулға алалар, ул Бухенвальд концлагеренда үлтерелә. Әсәһе Освенцимда фажиғәле вафат була[4]. «Разворот» исемле (Turnaround) автобиографик китабында Форман үҙенең биологик атаһы йәһүд архитекторы Отто Кон (1887—1965) булыуы тураһында яҙа. 1940-сы йылдарҙа АҠШ-та төпләнә[5].
Форман Подебрадта интернатта уҡый. Подебрад һарайында уның менән бергә Чехияның буласаҡ беренсе президенты Вацлав Гавел һәм ағалы-энеле Машиновтар уҡый. Локарно кинофестивалендә «Ҡара Пётр» (1963) киноһы менән донъя күләмендә таныла. «Ут һүндереүселәр» әсе сатирик фильм («Яна, минең барышням», 1967) Праж яҙынан алдан һоҡландыра.
Чехословакияға совет ғәскәрҙәре инеү сәбәпле, 1968 йылда ул АҠШ-ҡа күсеп китергә мәжбүр була.
Чехия актрисаһы Яна Брейховаға өйләнә.
Милош Формандың ағаһы (атаһының бер туған ағаһы) — архитектор Карл Кон (1894—1979 йылдар). Бер туған ҡустыһы — Америка математигы Джозеф Кон (Joseph J. Kohn, 1932 йылда тыуған).
Фильмография
Формандың яратҡан кинолары
Танылыу һәм бүләктәре
- Канн кинофестивалендә Грант-при — «Отрыв» фильмы, 1971 йыл.
- «Пролетая над гнездом кукушки» фильмы өсөн «Иң яҡшы режиссёр» номинацияһында «Алтын глобус» алыусы, 1976 йыл.
- «Оскар (кинопремия)» кинопремияһы лауреаты — «Иң яҡшы режиссёр» номинацияһы, «Пролетая над гнездом кукушки» фильмы, 1976 йыл.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://www.nytimes.com/2018/04/14/obituaries/milos-forman-dead.html
- ↑ Miloš Forman // Filmportal.de — 2005.
- ↑ https://www.ctpost.com/news/article/Milos-Forman-Oscar-winning-director-dies-at-86-12834037.php
- ↑ Milos Forman directs Natalie Portman in ‘Goya’s Ghosts’—film melds art tour and history — Jewish Journal 2012 йылдың 18 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Turnaround Review — Milos Forman — Salem on Literature
- ↑ BFI | Sight & Sound | Top Ten Poll 2002 - How the directors and critics voted
Һылтанмалар
- Биография, фильмография режиссёра Милоша Формана 2005 йылдың 23 октябрь көнөндә архивланған.