Молодая гвардия (нәшриәт)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Молодая гвардия
Изображение логотипа
Нигеҙләнгән 1922 йыл
Ил Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Адрес Мәскәү, Сущёвская урамы, 19, 5-се ҡоролма
Директор Кирилл Молчанов
СССР Госкомиздаты коды 078
Префикс ISBN 5-235
Наградалары Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1969 Ленин комсомолы премияһы — 1978
Веб-сайт gvardiya.ru
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары
Логотип РУВИКИ.Данные Мәғлүмәт РУВИКИ.Мәғлүмәттә ?

«Молодая гвардия»Советтар Союзы, артабан Рәсәй нәшриәте. Әлеге ваҡыттағы тулы исеме «Молодая гвардия» акционерҙар йәмғиәте[1]. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1978). Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1978).

«Песнь о Гайавате», 1931

«Молодая гвардия» нәшриәтенең үҙ тарихында баҫылған әҫәрҙәрҙең дөйөм һаны 50 меңдән ашыу, уларҙың дөйөм тираж 3 миллиард дана тәшкил итә[1].

Совет осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1922 йылдың 10 октябрендә РКСМ Үҙәк Комитетының артабан РКСМ-дың V Бөтә Рәсәй съезы тарафынан раҫланған ҡарары менән йәштәргә аңлатыу һәм белем биреү маҡсатында Мәскәүҙә «Молодая гвардия» кооператив нәшриәте ойошторола[2].

1923 йылда нәшриәт Сущевская, 21 адресы буйынса үҙ бинаһында урынлаша һәм әле лә шунда эшләй. «Молодая гвардия»ға нәшриәттең полиграфия базаһына әйләнгән Петровкалағы «Юношеская книга» типографияһы тапшырыла. Беренсе йылда уҡ дөйөм тиражы 584 мең дана булған 90 китап һәм брошюра сығарыла. Улар иҫәбендә «На чем держится земля», «Коробка консервов и происхождение жизни на земле», «Очерки по истории рабочего подростка», «Правда о спиртных напитках» тигән баҫмалар һәм башҡалар була.

1920 йылдар 1927 йылда нәшриәттең биш йыллыҡ юбилейына, Бөтә Союз полиграфия күргәҙмәһенә һәм Октябрь революцияһының 10 йыллығы уңайынан әҙерләнгән махсус брошюра баҫылып сыға. Унда, «Молодая гвардия» алдына иң тәүҙә «йәштәр хәрәкәте буйынса төп әҙәбиәт, популяр-сәйәси агитация брошюралары булдырыу, комсомол һәм йәштәрҙең яңы кадрҙарының иң көнүҙәк ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү» бурыстары йөкмәтелеүе тураһында хәбәр ителә. Шул уҡ ваҡытта, 1923 йылда уҡ нәшриәт пландарына нәфис әҫәрҙәр индерелә, бер нисә әҙәби төркөмдөң альманахтары сыға, хеҙмәттәшлеккә «оло әҙәбиәт яҙыусылары» ылыҡтырыла башлай, уларҙың ижадынан «әҙәби йәштәр» фәһем алырға тейеш була; мажаралы әҙәбиәт, революцион романтика өлкәһенән китаптар сығарыу буйынса ярайһы уҡ эш башҡарыла[3].

1920 йылдар шулай уҡ үҫмерҙәр хәрәкәте буйынса китаптар һәм комсомол уҡыуы өсөн әсбаптар сығарыуы менән билдәләнә:

  • үҫмерҙәр хәрәкәте тарихы буйынса китаптар серияһы;
  • комсомол эше мәсьәләләрен яҡтыртҡан, түбәнге активҡа һәм ябай комсомолдарға иҫәпләнгән «Комсомол китапханаһы» серияһы;
  • клуб серияһы – пролетар байрамдарҙы үткәреү өсөн әсбаптар;
  • комсомол активына һәм комсомол түңәрәктәре етәкселәренә иҫәпләнгән «Комсомол уҡыуына ярҙам» серияһы;
  • пионер әҙәбиәте: «Вожатый китапханаһы» серияһы брошюралары, «Пионер китапханаһы» һәм башҡалар.
  1. Центр коммерческой деятельности — Молодая Гвардия. gvardiya.ru. Дата обращения: 16 апрель 2020. Архивировано 28 апрель 2020 года.
  2. Комсомольская и пионерская книга. Библиографический справочник издательства "Молодая Гвардия". — М. - Л.: Молодая Гвардия, 1926. — С. 19—28. — 366 с. — 3000 экз.
  3. Юркин В. Ф. Издательство «Молодая гвардия»: XXI век. Осмысление прошлого, приближение будущего…. — М.: Молодая гвардия, 2019. — С. 15—16. — 489[7] с. — ISBN 978-5-235-04302-2, 5-235-04302-2.
  • Авраменко И. Ф. Должность или призвание? : Размышления издателя: [Об издательстве «Молодая гвардия»] / Предисл. С. А. Баруздина. — М.: Книга, 1988. — 272 с.
  • Анатомия созидания: История издательства «Молодая гвардия» в письмах и документах / сост., авт. текста, вступ. ст., коммент. В. И. Десятерика; предисл. В. Ф. Юркина. — М.: Молодая гвардия, 2012. — 263 с.
  • Жизнь замечательного издательства. 1922—1997. — М.: Молодая гвардия, 1997. — 336 с.
  • Каталог «ЖЗЛ». 1890—2002 / сост. Л. П. Александрова, Е. И. Горелик, Р. А. Евсеева. — 4-е изд., испр. и доп. — М.: Молодая гвардия, 2002. — 327 с. — (серия ЖЗЛ; вып. 839)
  • Каталог «ЖЗЛ». 1933—1963 /ред.-сост. Ю. Н. Коротков. — М.: Молодая гвардия, 1963. — (серия ЖЗЛ; вып. 375).
  • Каталог «ЖЗЛ». 1933—1985 / худ. Р. Тагирова. — 3-е изд., испр. и доп. — М.: Молодая гвардия, 1987. — 286 с. — (серия ЖЗЛ; вып. 681)
  • Каталог «ЖЗЛ». 1933—1973: 40 лет «ЖЗЛ» / отв. ред.-сост. С. Семанов; предисл. Г. Померанцевой, С. Семанова. — М.: Молодая гвардия, 1974. — 285 с. — (серия ЖЗЛ; вып. 546).
  • Каталог «ЖЗЛ». 1890—2010: (к 120-летию серии «ЖЗЛ») / сост. Е. И. Горелик и др. — 5-е изд., испр. и доп. — М.: Молодая гвардия, 2010. — 412 с. — (серия ЖЗЛ; вып. 1236)
  • Померанцева Г. Е. Биография в потоке времени: ЖЗЛ: замыслы и воплощение серии. — М.: Молодая гвардия, 1987. — 335 с.