Мыш-Арҡа
Мыш-Арҡа — Көньяҡ Уралдың төньяғындағы (Силәбе өлкәһе) һырт. Орографик яҡтан Мыш-Арҡа һырты көньяғынан һәм көньяҡ-көнсығышынан Байрамғол һәм Ҡоротау (Сухие горы) менән сикләшә. Мыш-Арҡаның төньяғында һәм ҡөнбайышында уба рәүешле, урман баҫҡан тәпәш тауҙар һәм Гребень һырты. Мыш-Арҡаның көнсығыш армыты — Полозовая тауы. Төп түбәһе — Голая Шишка (диңгеҙ кимәленән 945,5 метр) Бүтән артыҡ айырылып торған түбәләре юҡ.
Урынлашыуы
Һырт — Эҫем һәм уның ҡушылдығы Ләмәҙене айырып торған һыу айырғыс. Эҫем Мыш-Арҡаның төньяҡ итәгендәге бер нисә инештән, уның ҡушылдығы Ләмәҙ — Мыш-Арҡанан көньяҡтараҡ тау араһындағы үҙәндән башлана. Шулай уҡ Мыш-Арҡа һыртынан Ҡатау йылғаһының төп һул ҡушылдығы — Нилә йылғаһы баш ала. Һырт Силәбе өлкәһенең Сим (Эҫем) Ҡатау-Ивановск ҡалалары араһында йәйрәп ята.
Этимологияһы
Флораһы
Транспорт
Мыш-Арҡаға Арат—Ҡатау-Ивановск, Ҡатау-Ивановск—Ләмәҙ—Биҙәреш юлдары буйлап килергә була. Һыртҡа шулай уҡ ағас ҡырҡыусыларҙан ҡалған юлдарҙан күтәрелергә мөмкин. Ҡатау-Ивановскиҙән Ләмәҙгә 5 саҡрым ҡала юлдан боролғас, Анновка ыҙанынан да уңайлы юл бар. Ул юлдан түбәгә тиклем тиерлек барып етеп була.
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 842-се бит
- ↑ http://yuzhnyj-ural.ru/obekty/hrebtyi/184-hrebet-amshar.html