Мәйәрҙәк (һырт)

Мәйәрҙәк — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт[1].

Белорет районы буйлап Буғанаҡ һәм Яндыҡ йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо яҡынса 14 км, киңлеге яҡынса 3—10 км, абсолют бейеклеге 929 м (Яндыҡ тауы). 700—900 м бейеклектәге 5 түбәһе айырылып тора (Шыршылы, Ыласынтау һ.б.). Битләүҙәре текә. Урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан ғибәрәт.

Тау битләүҙәрендә Буғанаҡ, Ҡаҙыш, Яндыҡ йылғалары (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдыҡтары) һәм уларҙың ҡушылдыҡтары башлана; төньяҡ‑көнбайыш итәгендә Һүренйәк йылғаһы (Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) аға. Ландшафы һоро тау‑урман һәм кәҫле‑көлһыу тау тупраҡтарындағы ҡарағай, ҡарағас һәм ҡайын урмандарынан тора[2].

Этимологияһы

Топонимист-ғалим А. К. Матвеев үҙенең «Вершины каменного пояса. Названия гор Урала» хеҙмәтендә былай тип яҙған: «Башҡортостандың Белорет районында Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан һырт. «Башҡорт АССР-ы топонимдары һүҙлеге»ндә ҙәк - «тау» һәм мәғәнәһе билдәһеҙ мәйәр нигеҙенән торған формант билдәләнә. Топонимик экспедиция яҙмаларында Мәйәрҙәк - башҡорт ир-ат исеме тиелгән. Был халыҡ этимологияһына оҡшаған. Әрҙәк (ардак) компонентын ошо типтағы башҡа атамалар (ҡара: Елмерҙәк) менән бәйләү ышаныслыраҡ»[3]