Мәсем хан
Мәсем хан — XV быуаттың 2-се яртыһында йәшәгән Ете башҡорт ырыуы берләшмәһе ханы. Фольклор сығанаҡтары, айырыуса, «Бабсаҡ менән Күсәк» эпосы буйынса билдәле. Башҡорт риүәйәттәренә ярашлы, Мәсем хан ставкаһы Мәсемтау итәгендә (Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы янында) урынлашҡан була. Ҡана йылғаһы (Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы) тамағында ерләнгән.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Киреев А. Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа, 1970.
- Сагитов М. М. О башкирском народном сказании «Бабсак и Кусяк» //Фольклоистика в Советской Башкирии. Уфа, 1971.
- Сәғитов М. М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. Өфө, 1987.
Һылтанмалар
Мәсем хан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.