Мөхәмәтшин Фәрүәз Баязит улы
Фәрүәз Баязит улы Мөхәмәтшин (рус. Фарваз Баязитович Мухаметшин; 1949 йылдың 28 марты, Иҫәкәй — 2017 йылдың 21 июле) — совет һәм Рәсәй артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995). Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы[1].
Биографияһы
1949 йылдың 28 мартында Башҡорт АССР-ы Маҡар районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Иҫәкәй ауылында тыуа.
1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. 1972 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Тәүҙә хор капеллаһы артисы була. Башҡорт академия капеллаһында бас-профундо партияһын башҡара. 1982 йылдан эстрада коллективында сығыш яһай башлай. 1999 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының баш администраторы һәм 2008 йылдан хор капеллаһы директоры. 2002 йылда Р.Ғәйзуллин етәкселегендә халыҡ инструменттары оркестр ағзаһы.
1990—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының «Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк» эстрада төркөмө составында сығыш яһай. Төп роль булған Мәҙәк ролен башҡарып, халыҡтың һөйөүен яулай. Ошо коллективта эшләгән осорҙа бик күп сағыу һәм онотолмаҫлыҡ сатирик образдар тыуҙыра. Яҡшыдәүләтовтың «Серле ауырыуҙар» юмористик скетчында — табип, Итбаевтың «Кис ултырыу» — әбей, Илембәтовтың «Кашпировский буйынса» интермедияһында халыҡ дауалаусыһы булып таныла.
Фәрүәз Баязит улы төрлө йәштәге тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы концерт-әңгәмәләр ойоштора белде. Йәш быуында сәнғәткә һөйөү тәрбиәләне. 2006 йылда Ҡазанда Беренсе Бөтә Рәсәй оркестрҙар һәм милли музыка ҡоралдары ансамблдәре конкурсында ул етәкләгән коллектив беренсе урын яулай.[2]
Башҡортостан телевиденияһында милли юмористик жанрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе[1].
2017 йылдың 24 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995 йыл);
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамоталары (2002, 2013 йылдар);
- БАССР Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамоталары (1975, 1986 йылдар).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ишимбайская энциклопедия / гл. ред. М. Х. Гайсин. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 656 с. — ISBN 978-5-88185-2-054.
- ↑ https://www.bashinform.ru/
- ↑ В Уфе простились с артистом хоровой капеллы и талантливым мастером сцены Фарвазом Мухаметшиным. Башинформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2026.
Әҙәбиәт
- Ишимбайская энциклопедия / гл. ред. М. Х. Гайсин. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 656 с. — ISBN 978-5-88185-2-054.