Надеждина Вера Александровна
Биографияһы
Вера Александровна Надеждина 1954 йылдың 1 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1976 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһының 69-сы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
1980 йылдан башлап Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта, 1987—2002 йылдарҙа тарих һәм культурология кафедраһы мөдире,
шул уҡ ваҡытта 1995–2013 йылдарҙа — Ырымбур дәүләт университетының Өфө филиалында уҡыта.
2006—2010 йылдарҙа гуманитар һәм социаль фәндәр кафедраһы мөдире.
2005 йылда Надеждина В. А. Санкт-Петербург ҡалаһында «Государственная социальная политика на Южном Урале в годы НЭПа»[3] темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Фәнни тикшеренеүҙәре яңы иҡтисади сәйәсәт осоронда Көньяҡ Уралда тарих һәм социаль сәйәсәт мәсьәләләренә арналған.
100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- “…всё к социализму иду и никак не могу дойти”: рабочие и крестьяне Южного Урала и социальная политика Советского государства в годы НЭПа. Уфа, 2005
- Нэповская Россия в зеркале социальной истории //Отечественная история. 2007. №4; Эволюция общественно-политических настроений рабочих и крестьянства Оренбургской губернии в 20-е годы. Уфа, 2010 (авторҙаш).
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Надеждина Вера Александровна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Профессорско-преподавательский состав
- ↑ Государственная социальная политика на Южном Урале в годы НЭПа (диссертация), 2005
- ↑ Надеждина Вера Александровна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.