Наяда
Наяда — наяда һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Таралышы
4—5 яҡын төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртасанан алып экваториаль бүлкәтенә тиклем таралған. Башҡортостанда диңгеҙ наядаһын осратырға мөмкин. Һыу ятҡылыҡтары төбөндә үҫә, һирәкләп Мәләүез (Воскресенск ауылы) һәм Күгәрсен (Хоҙайбирҙин ауылы) райондарында осрай. Реликт.
Ботаник яҙма
Тулыһынса һыу аҫтында үҫкән бер йыллыҡ ике өйлө ҡаты үлән. Һабағы тармаҡлы, мурт, сәнскеле, аҫҡы төйөндәрендә тамырланыусан, оҙонлоғо 10—60 см. Япраҡтары һеңерсәһеҙ, ҡарағусҡыл йәшел төҫтә, киң ҡыяҡлы, йомроланған еңсәләр м‑н, ситтәренән уйымлы‑эре киртләсле, таҡыяларҙа 3‑әр. Сәскәләре ваҡ, яңғыҙар, һабаҡ ботаҡтарының төбөндә урынлашҡан: ата сәскәләр — бер һеркәс һәм көпшәле сәскә эргәлеге, инәләре — емешлек менән, сәскә эргәлеге юҡ. Июль—августа сәскә ата, һеркәләнеүе һыу аҫтында. Емеше — төшлө емеш, август—сентябрҙә өлгөрә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Наяда GRIN сайтында мәғлүмәт Проверено 14 марта 2009 г.
- Наядовые // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) Проверено 17 января 2009 г.
- Наяда — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә Проверено 10 октября 2009 г.
- Семейство Наядовые — статья в Биологической энциклопедии Проверено 17 января 2009 г.
- Наяда: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL) (инг.) Проверено 17 января 2009 г.
Наяда // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.