Нервы системаһы
Кешенең нерв системаһы |
---|
Файл:Human Nervous System diagram (no text).svg
Баш мейеһе
Арҡа мейеһе
Ҡулбаш нерв сырмалсығы
Мускул-тире нервы]
Беләк нервы
Ҡорһаҡ аҫты нервы
Енес нервы
Ҡаплаусы нерв
Терһәк нервы
Уртаҡ сираҡ ҡушары нервы
Кесе мейе
Ҡабырғалар араһындағы нервы
Ҡабырға аҫты нервыһы
Бот нервыһы
Ултырыш нервыһы
Тире аҫты нервы
|
Нервы системаһы — иммун һәм эндокрин системалар менән бергә организмдың дөйөм эшмәкәрлеген бар яҡтан көйләүсе, уның тышҡы һәм эске мөхит менән бәйләнешен, ундағы төрлө үҙгәрештәргә яуабын бойомға ашырыусы морфологик һәм функциональ яҡтан үҙ-ара бәйле төрлө нервы структуралары берлеге. Баш һәм арҡа мейеһенән таралып, бер система тәшкил иткән, бөтә организмдың эшмәкәрлегенә етәкселек итеүсе нәҙек кенә еп рәүешендәге үҫенде булған нервылар уның беренсел нигеҙе булып тора.
Нервы системаһының дөйөм характерстикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Нәҡ нервы системаһы тәү сиратта организмдың барлыҡ функцияларын яйлауҙа бик мөһим роль уйнай. Ул күҙәнәк, туҡыма, тән ағзалары һәм уларҙың системаларының үҙ-ара ярашып эшләүен тәьмин итә.
Кешенең әйләнә-тирәләге мөхитте белеп-тикшереүенә генә түгел, уны әүҙем рәүештә үҙгәртә лә алыуына ярҙам итеүсе һиҙеү-тойоу, уҡып өйрәнеү, хәтер, телмәр һәм фекер йөрөтөү кеүек барлыҡ психик процестар нигеҙендә нервы системаһы эшмәкәрлеге ята.
Ул иммун һәм эндокрин системалар менән берлектә һәм дөрөҫ эшләгәндә генә организм, бөтөн бер система булып, үҙенә тейешле барлыҡ бурыстарҙы ла тулы мәғәнәһендә тормошҡа атҡара.
Организмдың дөйөм нервы системаһы үҙ сиратында күләме һәм эшмәкәрлеге йәһәтенән вағыраҡ булған үҙәк нервы системаһын, вегетатив нервы системаһын, симпатик һәм парасимпатик нервы системаларын, висцераль нервы системаларын үҙ эсенә ала.
Нервы системаһының әһәмиәте һәм мөһимлегенең бөтә төрлөлөгөн уның үҙенсәлектәренән сығып аңлатырға була.
- Ярһыусанлыҡ, ҡуҙғыусанлыҡ һәм үткәреүсәнлек ваҡыт функциялары итеп характерлана, аныҡлап әйткәндә һәм дөйөм алғанда, был — ярһыу һәм ҡуҙғыуҙан башланған һәм теге йәки был органдың яуап эшмәкәрлегенә күренгәнгә тиклемге процестар сылбыры. Нервы импульсының нервы епсәләрендә (нервные волокна) таралыуының электрик теорияһына ярашлы, ул урындағы локаль ҡуҙғыу сығанаҡтарының ненерв епсәләренең әүҙем булмаған өлкәләренә күсеүе арҡаһында таралыу ала, был, сағыштырып ҡарағанда, яҡынса электр тогының таралыуына оҡшаш күренеш. Айырма бары тик нерв системаһында икенсе төр, атап әйткәндә, химик процестар барыуында. Бында ярһыу-полярлашыу тулҡынының үҫеше ацетилхолин медиаторына туранан-тура бәйләнгән. Ҡыҫҡаса АЦХ тип аталып йөрөтөлгән был органик берләшмә химик реакция барышында импульстарҙы баш мейеһенә тапшыра.
- Нервы системаһы, тышҡы һәм эске мөхиттең энергияларын үҙгәртеп (трансформациялап) һәм генерациялап, уларҙы нервы процессына әйләндереү үҙенсәлегенә эйә.
- Нервы системаһының айырыуса мөһим үҙенсәлеге — ул да булһа, мейенең мәғлүмәтте онтогенез (мәҫәлән, кеше организмының яралыуҙан башлап тыуыуға тиклем үҫеше) барышында ғына түгел, шулай уҡ филогенез (организмдың тыуғандан һуң артабанғы үҫеше) дауамында ла һаҡлай алыуы.
Нейрондар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Нервы системаһы нейрондарҙан һәм ваҡ-ваҡ эйәрсән (нейроглея) күҙәнәктәрҙән тора.
Нейрондар — үҙәк нервы системаһының да, периферик нервы системаһының да төп структур һәм функция элементары. Нәҡ улар нервы системаһының эшмәкәрлеген тәьмин итә.
Нейрондар, ярһыусы күҙәнәктәр булараҡ, нервы импульстары (көсһөҙ генә электр тогы) барлыҡҡа килтереү һәм уларҙы тапшырыу һәләтенә эйә.
Төрлө формала һәм ҙурлыҡта булған нейрондар тәндән һәм үҫентеләрҙән тора. Үҫентеләр үҙҙәре ике төргә — дендриттарға (ҡыҫҡа үҫентеләр) һәм аксондарға (оҙон үҫенте) бүленә.
Күпселек дендриттар (грекса «дендрон» — ағас) — ҡыҫҡа, ныҡ тармаҡланған үҫентеләр. Бер нейронда улар бер нисә булырға мөмкин, шул уҡ ваҡытта уларҙың бары тик берәү генә булыуы ла, йә иһә бөтөнләй булмауы ла тулыһынса тәбиғи күренеш.
Нервы импульстары дендриттар буйынса нервы күҙәнәге тәненә килеп инә.
Аксон (грекса «аксис» — үҫенте) — оҙон, башлыса аҙ тармаҡланыусан үҫенте. Ул импульстарҙы күҙәнәк тәненән алып китә.
Һәр бер нервы күҙәнәгенең бары бер генә аксоны бар, шул уҡ ваҡытта уның оҙонлоғо бер нисә тиҫтә сантиметрға етергә мөмкин.
Шулай итеп, нервы күҙәнәктәренең оҙон үҫентеләре аша импульстар организм кимәлендә ҙур алыҫлыҡтарға тапшырыла ала. Аксондар аша импульстар нейрон тәне аша башҡа күҙәнәктәргә, шул иҫәптән, икенсе нейрондарға күсә.
Үҙҙәренән киткән үҫентеләрҙең формаһына һәм нисек китеүҙәренә ҡарап нейрондар униполяр (бер үҫентеле), биополяр (ике үҫентеле) һәм мультиполяр (күп үҫентеле) булырға мөмкин. Шулай уҡ ялған үҫентеле нейрондар ҙа була.
Ҙурлыҡтары буйынса нейрондар төрлө була: бәләкәй (5 мкм-ға тиклем), уртаса ҙурлыҡта (30 мкм-ға тиклем) һәм ҙур нейрондар (100 мкм-ға тиклем).
Нейрондарҙың үҫентеләре оҙонлоғо ла төрлөсә: мәҫәлән, уларҙың ҡайһы берҙәрен микроскоп менән генә күрергә мөмөкин булһа, икенселәре 1,5 метрға ла етергә мөмкин.
Миҫал өсөн: арҡа мейеһендә урынлашҡан нейрондың үҫентеләре аяҡ һәм ҡул бармаҡтарына барып етә. Нервы импульсын (ярһыу һәм ҡуҙғыуҙы) бер нейрондан икенсеһенә йә башҡа күҙәнәктәргә тапшырыу, шулай уҡ импульстың көсөргәнешлеген яйға һалыу махсус контакттар (урыҫса — синапстар) ярҙамында башҡарыла.
Оҙон үҫентеләр йыш ҡына аҡ төҫтәге май һымаҡ матдәнән торған шекәрә менән көпләнгән була. Уларҙың үҙәк нервы системаһындағы тупланмалары аҡ матдә барлыҡҡа килтерә.
Нейрондарҙың ҡыҫҡа үҫентеләренең һәм тәндәренең ундай шекәрәһе юҡ. Уларҙың тупланмалары һоро матдәне барлыҡҡа килтерә.
Нейроглия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төҙөлөштәре һәм килеп сығышы йәһәтенән төрлө-төрлө булған эйәрсән күҙәнәктәр (урыҫса «нейроглиальные клетки»), нейрондарҙы уратып алып, нервы системаһында ярҙамсыл функциялар үтәй: нейрондарҙы туҡландырыу һәм һаҡлау бурыстарын башҡара.
Нейрондарға ҡарағанда эйәрсән күҙәнәктәрҙең һаны 10 тапҡыр самаһы күберәк. Дөйөм алғанда, улар үҙәк нервы системаһы күләменең яртыһын тиерлек алып тора. Шул уҡ ваҡытта, нейрондарҙан айырмалы рәүештә улар нервы импульстары барлыҡҡа килтерә алмай.
Нейрондарҙың төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һиҙгер нейрондар
- Хәрәкәт нейрондары
- Өҫтәмә нейрондар
Нейрондар үҙ формалары һәм башҡарған эшмәкәрлеге буйынса бер-береһенән айырыла. Уларҙың берәүҙәре, һиҙгерҙәре, импульстарҙы һиҙеү органдарынан арҡа һәм баш мейеләренә тапшыра.
Һиҙгер нейрондарҙың тәндәре үҙәк нервы системаһы юлындағы нервы төйөндәрендә ята.
Нервы төйөндәре — нервы күҙәнәктәре тәндәренең үҙәк нервы системаһынан ситтәге тупланмалары.
Нейрондарҙың икенселәре, хәрәкәт нейрондары, импульстарҙы арҡа һәм баш мейеләренән мускулдарға һәм эске ағзаларға тапшыра.
Һиҙгер һәм хәрәкәт нейрондары араһындағы бәйләнеш арҡа һәм баш мейеләрендә өҫтәмә нейрондар тарафынан бойомға ашырыла. Уларҙың тәне һәм үҫентеләре мейенән ситкә сыҡмай.
Арҡа һәм баш мейеләре организмдың барлыҡ ағзалары менән нервылар аша бәйләнгән.
Нервылар — нервы күҙәнәктәренең шекәрә менән көпләнгән оҙон үҫентеләре тупланмалары ул.
Нерв төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һиҙгер нервылар
- Хәрәкәт нервылары
- Ҡатнаш нервылар
Хәрәкәт нейрондарының аксондарынан торған нервылар хәрәкәт нервылары тип атала.
Һиҙгер нервылар һиҙгер нейрондарҙың дендриттарынан тора.
Күпселек нервыларҙа аксондар ҙа, дендриттар ҙа бар. Бындай нервылар ҡатнаш нервылар тип исемләнә. Улар буйынса импульстар ике йүнәлештә — үҙәк нервы системаһына һәм артабан ағзаларға бара.
Нервы системаһы бүлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төҙөлөшө буйынса нервы системаһының үҙәк (ҮНС) һәм периферик бүлектәрен айырып йөрөтәләр:
- Тоташтырғыс туҡыманан тороусы шекәрә менән һаҡланған баш һәм арҡа мейеләре үҙәк бүлекте тәшкил итә.
- Нервылар һәм нервы төйөндәре периферик бүлеккә ҡарай.
Функцияһы буйынса нервы системаһының соматик һәм автономлы (вегетатив) бүлектәрен айырып йөрөтәләр.
- Нервы системаһының һөлдә мускулдары эшен регуляциялаусы бер өлөшөн соматик (грекса сома — тән) нервы системаһы тип атайҙар. Соматик нервы системаһы ярҙамында кеше хәрәкәттәре менән идара итә, уларҙы үҙ теләге менән яһай йәки туҡтата ала.
- Нервы системаһының эске ағзаларҙың (йөрәк, ашҡаҙан/ биҙҙәрҙең һ. б.) эшмәкәрлеген регуляциялаусы өлөшөн автономлы (грекса автономия — үҙидара) нервы системаһы тип атайҙар. Автономлы нервы системаһының эше кеше иркенә буйһонмай. Мәҫәлән, теләк буйынса йөрәкте туҡтатып, аш һеңдереү процесын тиҙләтеп, тирләүҙе тотҡарлап булмай.
Автономлы нервы системаһында симпатик һәм парасимпатик бүлектәрҙе айырып йөрөтәләр. Күпселек эске ағзалар ошо ике бүлек нервылары менән тәьмин ителә. Ҡағиҙә булараҡ, улар .ағзаларға ҡапма-ҡаршы йоғонто яһайҙар. Мәҫәлән, симпатик нервы йөрәктең эшләүен көсәйтә һәм тиҙләтә, ә парасимпатик нервы уны әкренәйтә һәм көсһөҙләндерә.
Сағыштырма нейроанатомия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төрлө систематик төркөмдәргә ҡараған хайуандарҙың төҙөлөш үҙенсәлектәренә бәйле нервылар системаһының бер нисә тибы бар.
Нервылар системаһы типтары:
- Диффуз (селтәрле) нервы системаһы. Эсәк ҡыуышлылар тибына ҡараған хайуандарҙың нервы күҙәнәктәре энтодермала бөтөн тән буйынса таралып урынлашҡан. Улар үҫентеләре ярҙамында үҙ-ара тоташып селтәрле нервы системаһын төҙөйҙәр. Шуға күрә, бер күҙәнәктәге ҡуҙғыу бөтә тәнгә тарала ала.
- Олонло нервы системаһы (ортогон). Нервы күҙәнәктәре бер олонға йыйыла ала. Шул уҡ ваҡытта, тире аҫтында диффуз нервы селтәре лә һаҡлана.
Бындай нервной системаһы яҫы селәүсендәрҙә һәм йомро селәүсендәрҙә (уларҙың диффуз нервы селтәре ныҡ үҫешмәгән) осрай.
- Төйөнлө нервы системаһы, йәғни ҡатмарлы ганглионар система. Балдаҡлы селәүсендәргә, быуынтығаяҡлыларға, моллюскыларға һәм умыртҡаһыҙҙарҙың башҡа төркөмдәренә хас.
Күҙәнәктәрҙең күп өлөшө нервы төйөндәре — ганглияларға йыйылған. Күпселек хайуандарҙа уларҙағы нервы күҙәнәктәре махсуслашҡан һәм айырым ағзаларҙы хеҙмәтләндерә. Башаяҡлы моллюскыларҙа һәм быуынтығаяҡлыларҙа нервы төйөндәре берләшеп баш мейеһе барлыҡҡа килтерә.
- Көпшәле нервы системаһы (нервы көпшәһе) хордалылар өсөн хас булып тора.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Научно-познавательная коллекция «Маршалл Кавендиш». Универсальный иллюстрированный справочник для всей семьи. Организам человека / — М., Алмаз-пресс, 2002. — 162 с. — (Древо познания). ISSN 1684-582X (рус.)
- Биологический энциклопедический словарь. Гл. ред. М. С. Гиляров; Редкол.: А. А. Бабаев, Г. Г. Винберг, Г. А. Заварзин и др. — 2-е изд., исправл. — М.: Сов. Энциклопедия, 1986. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Атлас анатомии человека. Издание на русском языке. / Перевод: к.м.н. В. В. Серов. / — М.: Белый город, 2005. — 103 с. с илл. ISBN 5-7793-0982-5 (рус.)
- Цузмер А. М., Петришина О. Л. Кеше. Анатомия, физиология и гигиена. / С. В. Атнағолова тәржемәһе / — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 239 бит.
- Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. (рус.)
- Ожегов С. И. Словарь русского языка. — М., 1968. (рус.)
- Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.