Нефтсе (стадион, Ишембай)
Файл:Каток на стадионе «Нефтяник», Ишимбай, 9.01.2011.jpg
Һырғалаҡ. Ғинуар 2011
«Нефтсе» — Ишембай ҡалаһының төп стадионы, уға 1937 йылда нигеҙ һалынған. Ҡаланың үҙәгендәге Ленин майҙанында урынлашҡан. Ишембай ҡалаһының «Нефтсе» футбол клубы өсөн ярыштар урыны булып тора. Футбол яланы (105x68 м), еңел атлетика йүгереүҙәре юлы (400 м), бейеклеккә һәм оҙонлоҡҡа һикереү, диск һәм һөңгө ырғытыу, йәҙрә ташлау өсөн секторҙары, трибуналары (5 мең урынлыҡ), спорт залы (18x9 м), баскетбол, волейбол, бура һуғыу, хоккей майҙансығы һ. б. бар. Күнекмәләр залында өҫтәл теннисы буйынса күнекмә дәрестәр үткәрелә[1].
«Нефтсе» стадионы ҡала халҡы араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа ҙур роль уйнай. Стадион йыл дауамында ҡала халҡын хеҙмәтләндереү һәм ялын ойоштороу өҫтөндә эшләй. Район һәм республика күләмендәге спорт саралары үткәрелә[2]. Стадион базаһында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең баскетбол, пляж волейболы, конькиҙа йүгереү спорты, еңел атлетика, мини-футбол, өҫтәл теннисы, футбол, бура һуғыу спорты секциялары, теннис һ. б. буйынса бүлектәр эшләй
Ишембай ҡалаһы халҡының күпселеге ҡышын буш ваҡытын стадион һырғалағында үткәрә. Тренажер залы эшләй, футбол, еңел атлетика, бура һуғыу спорты секциялары бар. Майҙансығында йөҙәрләгән ҡала халҡы волейбол, баскетбол, һауыҡтырыусы йүгереү менән шөғөлләнә, Башҡортостан Республикаһы чемпионаты футбол матчтары, «Күн туп» һәм балалар араһында популяр булған «Ихата футболы» турнирҙары үтә.
Тарихы
1940 йылда ҡала стадионы булараҡ асыла, 1947 йылдан стадион — «Ишембайнефть» нефть-газ табыу идаралығында, 2000 йылдан муниципаль учреждение. Стадионда предприятиелар һәм учреждениеларҙың физик культура коллективтары (1987) һәм үҫмерҙәр (1992-94) араһында футбол буйынса Рәсәй беренселеге уҙғарыла.
Рәсми web-сайт
http://dush4.ishimsport.ru 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
«Башҡортостан» энциклопедияһындағы мәҡәлә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Настольный теннис Ишимбая
- ↑ Спорт города Ишимбая 2011 йылдың 25 август көнөндә архивланған.
- ↑ Стадион «Нефтяник» 2013 йылдың 3 октябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Стадионы России 2010 йылдың 11 март көнөндә архивланған.
- И. В. Капошко. Нефтяник, стадион. БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2017. 2017 йылдың 24 апрель көнөндә архивланған.