Нөктә (тыныш билдәһе)

Нөктә — тыныш билдәһе.

Нөктә түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

  • хәбәр һөйләмдәрҙән аҙаҡ. Мәҫәлән: Носрай ҡарттың ике улы һуғыштан әйләнеп ҡайта алмағайны. (Н. Мусин.);
  • тыныс, түбән тауыш менән уҡылыусы бойороҡ, өндәү һөйләмдәр аҙағында. Мәҫәлән: Шартлатығыҙ тауҙарҙың ташлыларын, Аҡтарығыҙ хазина асылдарын, Һәм табығыҙ күмер ятҡылыҡтарын, Күтәрегеҙ тәрән девон алтындарын. (С. Кудаш.);
  • бер составлы атама һөйләм аҙағында. Мәҫәлән: Башҡортостан данын быуаттарҙан быуаттарға яңғыратыусы бөйөк Салауат, хикмәтле һүҙ оҫтаһы Аҡмулла, азатлыҡты данлаусы Ғафури, сая шоңҡарыбыҙ Сәләм, йәмле Ағиҙел буйҙарының үлемһеҙ йырсыһы Рәшит Ниғмәти, әҙәбиәтебеҙҙең ғорур ҡарлуғасы Баязит Бикбай. («Ағиҙел».)

Категориялар