Обрезкова Ольга Константиновна
Биографияһы
Ольга Константиновна Обрезкова 1980 йылдың 11 майында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа.
2003 йылда Урал физик культура академияһын тамамлай.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Каучук» спорт клубында тренеры П. И. Никитинда шөғөлләнә. 1997—2003 йылдарҙа ауыр атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составына инә.
2006 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының спорт мәктәбендә тренер булып эшләй.
Ҡаҙаныштары
- Рәсәй чемпионы (2001-02)
- Рәсәй Кубогы (2000)
- Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2003)
- Европа (1999, 2000) һәм Рәсәй (1998—2000) чемпионы
- Донъя беренселегенең көмөш призеры (2000)
- Юниорҙар араһында донъя (1999) һәм Европа (1998) беренселегенең бронза призеры.
Һылтанмалар
- Башҡорт энциклопедияһы — Обрезкова Ольга Константиновна(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 5 май 2020) }