Октябрьский нефтяник (гәзит)
Октябрьский нефтяник — Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһының ижтимағи‑сәйәси гәзите.
Ойоштороусылары
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм «"Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһы.
Тарихы
Октябрьский ҡалаһында аҙнаһына биш тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1947 йылдың февраленән алып урыҫ телендә «Башкирский нефтяник» («Башҡортостан нефтсеһе») исеме менән нәшер ителә, 1956 йыл хәҙерге исемен ала.
Сығанаҡтар
- Октябрьский нефтяник (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Октябрьский нефтяник» гәзитенең рәсми сайты 2015 йылдың 6 июнь көнөндә архивланған. (рус.)