Олимп (Марс)

Олимп тауы (рус. Гора Оли́мп)[2][3][4] (лат. Olympus Mons)[5] — Марста һүнгән вулкан, Фарсид провинцияһында урынлашҡан (планетаның экваторында), Ҡояш системаһында абсолют һәм сағыштырма бейеклек буйынса иң бейек тау. Грециялағы Олимп тауы хөрмәтенә аталған, мифтарға ярашлы, унда аллалар йәшәгән.

Йыһан караптары осоштарына тиклем (улар Олимптың ысынлап та тау икәнлеген асыҡлай) был урын астрономдарға Nix Olympica (альбедоһы юғары булыуы арҡаһында — «Олимп ҡарҙары») исеме менән билдәле булған.

Тасуирламаһы

undefined

Олимптың бейеклеге — нигеҙенән26 км[4], был Ерҙәге иң бейек Мауна-Кеа вулканының (нигеҙҙән 10,2 км) сағыштырмаса бейеклегенән 2,5 тапҡырға ҙурыраҡ. Диаметры яҡынса 540 км тәшкил итә. Вулкандың ситтәрендә 7 км бейеклектәге текә битләүҙәр[6] бар. Әлегә был ғәйәт ҙур ҡаяларҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен асыҡлаған тулы аңлатма юҡ, шулай ҙа күптәр вулкан битләүҙәренең ҡасандыр Марста булған океан тарафынан йыуылыуы тураһындағы фараз яҡлы.

Олимптың вулкан кальдераһының оҙонлоғо — 85 км, киңлеге — 60 км. Кальдераның тәрәнлеге 3 километрға етә. Сағыштырыу өсөн: Ерҙәге (Гавай утрауҙарында) иң ҙур Мауна-Лоа вулканы кратерының диаметры 6,5 км тәшкил итә.

Олимп түбәһендә атмосфера баҫымы Марс өҫтөндәге уртаса кимәлгә хас баҫымдың ни бары 2 процентын тәшкил итә (сағыштырыу өсөн, Эверест түбәһендәге баҫым диңгеҙ кимәлендәге күрһәткестең 25 процентын тәшкил итә).

Олимп ҙур майҙанды биләй, шуға күрә уны планета өҫтөнән тулыһынса күреп булмай (вулканды тулыһынса күреү өсөн ҙур арауыҡ кәрәк һәм планетаның өҫкө йөҙөнөң кәкрелеге арҡаһында күренмәйәсәк).

Вулканизм

undefined

Олимп — тәрәндән урғылып, өҫтә ҡатҡан лава ағымдарынан барлыҡҡа килгән һүнгән вулкан. Урғылыуҙар оҙайлы ваҡыт дауам иткән, уны вулкандың диаметры абсолют бейеклегенән 25 тапҡырға тиерлек күберәк булыуы раҫлай.

«Марс-Экспресс» йыһан аппараты һүрәттәрен анализлау күрһәтеүенсә, Олимп битләүҙәрендәге иң һуңғы лаваның йәше яҡынса 2 миллион йыл тәшкил итә[7]. Олимптың сағыштырмаса ҙур булыуы Марста, Ерҙән айырмалы рәүештә, тектоник плиталарҙың булмауы менән аңлатыла.

Тирә-яҡ мөхите

Олимп Фарсид провинцияһында урынлашҡан, унда башҡа бер нисә вулкан бар, шул иҫәптән Арсия тауы, Павонис тауы һәм Аскрия тауы. Улар ҙа, Олимптан ҡалышһа ла, ғәйәт ҙурҙар. Был өс вулкан Фарсид тауҙарында урынлашҡан, ә Олимп Фарсид провинцияһы уйпатында урынлашҡан.

Вулканды уратып алған территория күп урындарҙа ҙур булмаған һырттар һәм тауҙар селтәре менән ҡапланған. Был тау системаһы Олимп Ореолы тип атайҙар. Ореол түбәнән 1000 километрға тиклем һуҙыла. Килеп сығышы — Марс серҙәренең береһе. Бер гипотеза Ореолды Олимп битләүҙәренең емерелеүе менән бәйләй, икенсеһе — боҙлоҡтар эшмәкәрлеге менән. Тағы ла бер фараз буйынса, ул — боронғо лава ағымдарының артабан емерелеүгә һәм эрозияға дусар булған ҡалдыҡтары.

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. http://pubs.usgs.gov/imap/i2782/i2782_sh2.pdf
  2. Номенклатура деталей рельефа Марса, 1981, с. 58
  3. Карта Марса масштаба 1:20 000 000 с названиями на русском языке. Архивировано 29 май 2012 года., составлена МИИГАиК в 1982 году
  4. 1 2 Ж. Ф. Родионова, Ю. А. Илюхина «Новая карта рельефа Марса». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2010. Архивировано 12 сентябрь 2007 года.
  5. Olympus Mons (ингл.). Gazetteer of Planetary Nomenclature. International Astronomical Union (IAU) Working Group for Planetary System Nomenclature (WGPSN) (1 октябрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  6. Mars Sxpress - OlympusMons. Архивировано 29 февраль 2008 года.
  7. PSRD: Recent Activity on Mars: Fire and Ice. www.psrd.hawaii.edu. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2021. Архивировано 22 ғинуар 2011 года.

Әҙәбиәт

  • Бурба Г. А. Номенклатура деталей рельефа Марса / Отв. ред. К. П. Флоренский и Ю. И. Ефремов. — М.: Наука, 1981. — 87 с.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар