Олоғортау (һырт)

Олоғортау — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Әбйәлил районы буйлап Икстимер йылғаһы киңлек бүлеменән Ҡараһаҙ йылғаһы (икеһе лә — Оло Ҡыҙыл йылға бассейны) тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо яҡынса 16 км, киңлеге 2—3 км, абс. бейеклеге 656 м. 458—656 м бейеклектәге 7 түбәһе айырылып тора (Морон, Сағылтау, Ҡаратау тауҙары). Рельефы тәпәш таулы, ҡатмарлы. Һырт төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрендә билән м‑н бүленгән. Төньяҡ өлөшөнөң битләүҙәре текә, осло башлы түбәләре бар, көньяҡ өлөшө — һөҙәк. Олотау свитаһының туффиттарынан, саҡматашлы һәүерташтарынан һәм йылайыр свитаһының граувактарынан ғибәрәт.

Ландшафы аҡһыл һоро тау‑урман тупрағындағы ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан тора

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр