Оло Урҙа

Оло Урҙа (татар. Олы Урда, Бөйөк Урҙа) — урта быуат сығанаҡтарында һәм хәҙерге тарихнамәлә XV быуат уртаһында Ҡазан (1438 йыл), Ҡырым (1441 йыл), Аҡ Урҙа (1428 йыл) һәм башҡалар Алтын Урҙанан (Джучи улусы) айырылғандан һуң ҡалған Ханлыҡты билдәләү өсөн ҡулланылған термин. Биләмәлә төрки телле йәки урал тел ғаиләһенә ҡараған халыҡтар йәшәгән[1].

Оло Урҙа замандаштары уны Алтын Урҙанан айырып ҡарамаған, ә хандар элекке Джучи улусының бөтә «татар»[2] дәүләттәрендә үҙҙәрен юғары хакимдар тип һанаған. Оло Урҙа территорияһына Дон һәм Волга араһындағы ерҙәр, Түбәнге Волга буйы һәм Төньяҡ Кавказ далалары инә. Баш ҡалаһы Һарай-Берке ҡалаһы («Яңы һарай» йәки «Берке Һарайы») була. Сыңғыҙхандың вариҫы Тохтамыштың ейәне Сәйетәхмәт I Оло Урҙаның беренсе ханы тип иҫәпләнә[3][4][5][6].

Тарихы

XV быуат уртаһында Ҙур Урҙа Көнсығыш Европаның сәйәси тормошонда мөһим роль уйнай. Әммә Алтын Урҙа кеүек үк, уны ла эске ҡаршылыҡтар ҡаҡшата. 1455—1456 йылдарҙа Оло Урҙа Ҡырым ханы Хажи I Гәрәйҙән еңелә. 1459 йылда, үҙенә ҡаршы баш күтәргән ағаһынан ҡасҡан Мәхмүт хан (1459—1465 йылдарҙа хакимлыҡ итә) Оло Урҙанан айырылып, бойондороҡһоҙ Әстерхан ханлығына нигеҙ һала.

Әхмәт хан (1459—1481 йылдарҙа хакимлыҡ иткән) осоронда Оло Урҙа бер аҙ көсәйә, Польша короллеге һәм Бөйөк Литва кенәзлеге менән союз төҙөлә (1472) һәм Ғосман империяһы менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр урынлаштырыла (1476). Әхмәттең көмөш тәңкәләре һаҡланған[7]. Ҡырым ханлығына (1474—1478) һәм Мәскәү кенәзлегенә хәрби походтар ойошторола (1472 йылғы Алексин янындағы алыш һәм 1480 йылдағы «Уграла тороу»). Әммә Әхмәттең нығынған Мәскәү дәүләтенә ҡарата вассаллыҡ бәйлелеген ҡабаттан көсләп индерергә маташыуы уңышһыҙлыҡҡа осрай.

Мәскәүгә уңышһыҙ походтан һуң Әхмәт ғәскәрҙәрен тарата һәм Себер ханы Айбәктең ҙур булмаған отряды һәм Муса менән Ямғырсы етәкселегендәге нуғайҙар тарафынан үҙенең ставкаһында үлтерелә. Был юлы Айбәк Оло Урҙала хакимиәтте баҫып алырға тырышмай. Был үлтереү, Нуғайҙар һәм себер ханы Әхмәттең көсәйеүенән һәм үҙҙәре өҫтөнән власын тергеҙеүенән ҡурҡҡанлыҡтан килеп сыҡҡан, күрәһең.

Әхмәттең балалары бындай сәйәси йоғонтоға эйә булмай. Сәйетәхмәт хан, 1485 йылда армия йыйып, үҙенең өлкән ағаһы Мортаза ханды Һарайҙан ҡыуып сығара. Ул Себергә ҡаса, ә һуңғараҡ, ике йылдан, Айбәк Һарайҙы яңынан баҫып ала.

1486 йылда Оло Урҙа һәм Ҡырым ханлығы араһында һуғыш башлана. Мортаза хан Ҡырым ғәскәре менән алышта һәләк була. Оло Урҙа ҡырым ханы Миңлегәрәй I тарафынан ҡыйратыла һәм Ҡырымдың вассалына әүерелә. Айбәк Волга буйындағы Һарайҙы баҫып ала.

Айбәк Себер ханлығында тоҡанған бола ваҡытында үлтерелә. Сәйетәхмәт хандың улы Шәйехәхмәт Һарайҙа хан була.

1502 йылда Ҡырым ханлығы Оло Урҙаға һөжүм итә һәм Волга буйын баҫып ала. Оло Урҙа юҡҡа сыға, һәм Ҡырым хандары Алтын Урҙа дәрәжәһе уларға күсә тип ниәтләй. Волга аръяғы ерҙәре Нуғай Урҙаһы составына инә, Ә Дон һәм Волга араһындағы ерҙәр формаль рәүештә Ҡырымға күсә, әммә тиҙҙән, 1556 йылда, Мәскәү дәүләте составына ҡушыла.

Оло Урҙа хандары

  1. Сәйетәхмәт I, Туҡтамыштың улы, Оло Урҙа ханы (1433—1455)
  2. Әхмәт хан, Кесе Мөхәммәттең улы, Оло Урҙа ханы (1460—1481)
  3. Шәйехәхмәт хан, Оло Урҙа ханы (1481—1502)

Әҙәбиәт

  • Греков И. Б. Восточная Европа и упадок Золотой Орды (на рубеже 14-15 вв.). — М., 1975.
  • Сафаргалиев М. Г. Распад Золотой Орды. — Саранск, 1960.
  • Пачкалов А. В. О монетах «Бик-Базара» и «Тимур Бик-Базара» (Джучиды, XV в.) // Российская археология. № 2. — М., 2007. — С. 33—38.

Тема буйынса өҫтәмә