Осар тейен
Таралышы
Евразия урмандарында таралған. Башҡортостан Республикаһының бөтә биләмәһендә ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа осрай.
Тышҡы ҡиәфәте
Кәүҙә оҙонлоғо 13—20 см, массаһы 160 г тирәһе. Төҫө ҡышын һоро, йәйен көрәнһыу төҫмөрлө асыҡ‑һоро, ҡорһағы аҡ төҫтә. Йөнө ҡуйы, йомшаҡ. Башы йомро, күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә. Ҡолағы ҡыҫҡа, суҡһыҙ. Алғы аяҡтары — 4, артҡылары 5 бармаҡлы, бөгөлгән осло тырнаҡлы; аяҡтары араһында йөн менән ҡапланған ҡабырға яҡ тире йыйырсаһы (осҡос яры) бар. Ҡойроғо йөнтәҫ, оҙонлоғо 14 см, һикергәндә руль ролен үтәй.
Көнитмеше һәм туҡланыуы
Полигам. Енси яҡтан 9—12 айҙа өлгөрә. Йылына 1 тапҡыр 2—4 бала тыуҙыра. 5—13 йыл йәшәй. Эңерҙә һәм төндә, һирәкләп көндөҙ әүҙем. Япраҡлы ағастарҙың (ҡайын, тал, саған, уҫаҡ, миләш) үренделәре, бөрөләре, ҡайһы берҙә ҡабыҡтары, бәшмәктәр, үләндәрҙең емештәре һәм орлоҡтары менән туҡлана. Ағас ҡыуыштарында һәм тейен ояларында, ҡайһы берҙә ҡая ярыҡтарында йәшәй;
Былар ҡыҙыҡлы
- Осар тейен — талпан энцефалитын, ялған туберкулёзды тыуҙырыусыларҙы йөрөтөүсе.
- Ҡиммәтле тиреле йәнлек.
Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Соколов В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. 5391 назв. Млекопитающие. — М.: Русский язык (издательство), 1984. — 352 с. — 10 000 экз.
- ↑ Полная иллюстрированная энциклопедия. «Млекопитающие» Кн. 2 = The New Encyclopedia of Mammals / под ред. Д. Макдональда. — М.: Омега, 2007. — С. 442. — 3000 экз. — ISBN 978-5-465-01346-8.
Һылтанмалар
- Позвоночные животные России: Обыкновенная летяга 2019 йылдың 28 декабрь көнөндә архивланған.
- Описание семейства, рода и вида.
- Летяга — Записки охотника-натуралиста (Черкасов А. А.)
- Pteromys volans L. — Белка-летяга
Осар тейен // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.